Радиация һәләкәттәре эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға һәйкәл асылды

Тулыраҡ: Радиация һәләкәттәре эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға һәйкәл асылды

Өфөлә Еңеүҙең 50 йыллығы скверында Чернобыль һәм башҡа радиация һәләкәттәре эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға һәйкәл асылды. Һәйкәл ҡуйыу тәҡдимен чернобылселәрҙең мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын яҡлаған «Чернобыль союзы» урындағы йәмәғәт ойошмаһы индергән. Бронза скульптураның авторы — Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Хәниф Хәбибрахманов. Чернобыль һәм башҡа радиация һәләкәттәре эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға социаль ярҙам күрһәтеү һәм башҡа мәсьәләләр буйынса Рәсәйҙең “Чернобыль союзы” президенты республика етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашты. Әле республикала Чернобылдәге авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан 2 меңдән ашыу кеше йәшәй. Барлығы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә Башҡортостандан 12 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан.