Рәсәйҙә археологтар көнө билдәләнде

Тулыраҡ: Рәсәйҙә археологтар көнө билдәләнде

Археология – үткәнебеҙҙең ваҡыт шаршауын асҡан, тарихыбыҙ серҙәре менән таныштырған, ҡайһы саҡта иҫ китәрлек асыштар яһаған фән. Милли музейҙа хәҙерге заман Башҡортостан археологияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе – Мәхмүҙә Садыҡова һәм Алексей Шмидт иҫтәлегенә күргәҙмә асылды. Зарема Садыҡова әсәһе хаҡында сәғәттәр буйына һөйләй ала. “Тыуған иленең һауаһын яратты”, — ти ул билдәле ғалим-археологты ҡылыҡһырлап. Мәхмүҙә Хисай ҡыҙы ҡаҙыу эштәренә йыш ҡына үҙе менән ғаиләһен дә алып китергә мәжбүр булған. Мәхмүҙә Садыҡова хәҙерге заман Башҡортостан археологияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе профессиональ археолог. Ҡатын-ҡыҙ өсөн ул заманда археологик ҡаҙылмалар эштәрен башҡарыу ҡатмарлыҡтар килтерә. Мәхмүҙә Садыҡованың төп тикшеренеү йүнәлеше — Көньяҡ Уралдың сармат мәҙәниәте. Бер нисә археологик ҡомартҡыны аса: Иҫке муса ҡурғандары, Убалар, Шәкетау тауының көнсығыш битләүендә Шаһ-Тау, Иҫке Ҡыйышҡы ҡурғандарын өйрәнә. Тиҫтәләгән ғилми хеҙмәт авторы. Республиканың милли музейы фондында һаҡланған ҡаҙылма ҡомартҡылары менән Мәхмүҙә Садыҡованың шәхси әйберҙәре лә урын алған. Күргәҙмә менән ғалим-археологтың таныштары, яҡындары, хеҙмәттәштәре танышты. Зарема Әхмәтшәрип ҡыҙының бергә уҡыған иптәштәре лә килгән, улар иһә әхирәтен әсәһенә ныҡ оҡшаған, тип белдерҙе. Совет ғалим-археологы Мәхмүҙә Садыҡоваға август айында 100 йәш тулыр ине. Күргәҙмәлә шулай уҡ совет археологы һәм шәрҡиәтсеһе Алексей Шмидтың ҡаҙылма ҡомартҡылары урын алған. Алексей Шмидт Кама буйы боронғо халыҡтарының тарихын һәм этногенез проблемаларын, Урал халыҡтарының дине һәм сәнғәтенең килеп сығышын, үҫешен, мәҙәниәтен тикшерә, археология мәҙәниәтенең үҙ ваҡыты өсөн классификацияларҙың бөтөн методикаһын барлыҡҡа килтерә, уларҙы осорҙарға бүлә һәм аныҡ хронологияһын эшләй.Күргәҙмә Рәсәй академия археологияһына 100 йыл, “Башҡортостандың археология йәмғиәте” төбәк ижтимағи ойошмаһы барлыҡҡа килеүенә 10 йыллығына арналған. Тормош-көнкүреш әйберҙәре, биҙәүестәр, һауыттар – беҙҙең эраға тиклем 4-се быуаттарҙағы ҡаҙылма ҡомартҡылар менән яҡындан танышырға мөмкин.