Быйылдан Силәбе Дәүләт Университетында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын әҙерләү ҡайтанан тергеҙелә. Ошо туралағы килешеүгә Башҡортостан менән күрше өлкә Хөкүмәттәре ҡул ҡуйғайны. Башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә башҡорт “йәкшәмбе мәктәптәре” лә асыла. Республиканың мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, милләттәштәребеҙ йәшәгән субьекттарға башҡорт телендәге уҡыу әсбаптарын махсус рәүештә нәшер итеүгә лә айырым сумма ҡаралған.Әйткәндәй, быйыл тәүге тапҡыр, Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәләрендә күрше төбәктәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла ҡатнаша. Улар Силәбе, Ырымбур, Ҡурған һәм башҡа субьекттарҙан саҡырылды. Торатау” Конгресс-холында Рәсәй Федерацияһы төбәктәренән килгән вәкилдәр Радий Хәбиров менән дә осрашты. Башҡортостан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙгә туған телде үҫтереү, тарихыбыҙҙы мәңгеләштереү буйынса һәр саҡ ярҙам күрһәтергә әҙер, тип белдерҙе республика етәксеһе. Ырымбур өлкәһендә 12 мәктәптә башҡорт телен өйрәнәләр. Быйыл тағы 120 уҡыусынан ғариза ҡабул ителгән. Был башланғысҡа төп йорт гранттар менән ярҙам итә ала, тине Радий Хәбиров. Иң мөһиме теләк булһын. Был йәһәттән Силәбе башҡорттары бик әүҙем.
Силәбелё башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын әҙерләү ҡайтанан тергеҙелә
Тулыраҡ: Силәбелё башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын әҙерләү ҡайтанан тергеҙелә