Өфөлә 4-се тапҡыр “Көмөш аҡбуҙат”кинофестивале үтә. Быйыл форумдың даирәһе киңерәк: конкурс программаһында милли, этник әҫәрҙәрҙән тыш социаль һәм мотивацион фильмдар ҙа күрһәтеләсәк. Фестиваль сиктәрендәге уникаль фильмдарҙы тамашасы Родина кинотеатрында бушлай ҡарай ала. Әлеге мәлдә Өфө оҫталары Көмөш аҡбуҙат кинофестивале еңеүселәренә башҡорт йәшмәһенән бүләктәр әҙерләй. Таш йышыу еңел эш түгел. Шуға ла эштең сифаты юғары баһалана. Ойоштороусылар әйтеүенсә форум үткән 3-әүһенән ҡырҡа айырыла.Ҡатнашыусыларҙың күплеге, географияның киңлеге, программаға социаль һәм мотивацион киноның өҫтәлеүе, еңеүселәргә әҙерләнгән тос бүләктәр фестивалдең кимәле юғары буласағы хаҡында һөйләй.
Башҡалабыҙ йәнә халыҡ-ара кимәлдәге ҙур сараны ҡаршылай
Тулыраҡ: Башҡалабыҙ йәнә халыҡ-ара кимәлдәге ҙур сараны ҡаршылай