Республика етәксеһе ҡала-район башлыҡтарын ҡаты тәнҡитләне

Тулыраҡ: Республика етәксеһе ҡала-район башлыҡтарын ҡаты тәнҡитләне

Был урындағы етәкселәрҙең эшҡыуарлыҡҡа битараф ҡарашы эҙемтәһе. Юл хужалығы өсөн яуаплы структураларға ла үҙ эшенә намыҫлыраҡ ҡарар сәбәп бар. Август башынан район-ҡалаларҙа эшҡыуарлыҡ сәғәттәре ойошторола. Башланғыстың ниәте яҡшынан әммә һөҙөмтәһе генә башҡаса. Ике аҙна эсендә 189 осрашыу үтергә тейеш булһа, ғәмәлдә яртыһы ғына. Кесаҙнала йүнселдәр менән осрашыуға байтаҡ етәкселәр ваҡыт тапмауына һылтана йә киреһенсә, осрашырға теләүсе эшҡыуарҙар юҡлығына төп сәбәп, тип хисапт бирә. Радий Хәбиров һуңғыһы етәкселәрҙең насар эшләү күрһәткесе икәнен аңлатып һалды.Эшҡыуарҙар теләп тә район йә ҡала хакимиәттәре ишеген шаҡып астыра алмауҙары хаҡында социаль селтәрҙә яҙа. Уларҙың бер нисәһен Радий Фәрит улы уҡып та ишеттерҙе. Йүнселдәр, башлыса, эшҡыуарлыҡ сәғәттәренең бөтөнләй үткәрелмәүенә йә исем өсөн урынбаҫарҙар тарафынан ойошторолоуы хаҡында әйтә. Эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫарҙарҙы тәғәйенләү ҙә бик һүлпән ойошторолған тиелде кәңәшмәлә.Тәнҡит һүҙҙәрен транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәновҡа ла ишетергә тура килде. Юл буйҙарындағы үләндең сабылмауына ризаһыҙлыҡ белдерҙе төбәк етәксеһе. Бындай хәлдең әлегәсә булғаны юҡ тине һәм контроль идаралыҡҡа юлдар торошон даим тикшереү бурысын ҡуйҙы. Әлегәсә юл булмаған биләмәләрҙә иһә яҡын арала ҡаты япма ятырға тейеш. 2025 йылға тиклем барлыҡ ауылдарға һәм ҡала янындағы торлаҡ йорттарға тиклем таш түшәү бурысы тора, әммә был эш әлеге тәртип буйынса эшләгәндә бик ҡиммәткә төшә. Радий Хәбиров бығаса урындағы карьерҙан ҡом, ташты юл түшәү кеүек эштәргә бушлай бирергә ҡушҡайны. Ҡайһы бер муниципалитеттарҙа бындай мөмкинлек юҡ, сөнки карьерҙар шәхси ҡулдарҙа, уларҙан ташты һатып алғанда 1 километр юл хаҡы 1 миллион һумға барып төшә. Ә райондың үҙ карьеры, хатта үҙ техникаһы ла булғанда хаҡ 3 тапҡырға кәмер ине. Эсәр һыу менән тәьмин итеү оператив кәңәшмәнең көн үҙәгендәге йәнә бер мәсьәлә. Быйыл ошо маҡсатта бүленгән сумма былтырғынан 3 тапҡырға күберәк. Уға бер нисә районда һәм Өфө янындағы 6 ауылға һыу үткәргестәр һуҙыла. Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә тағы ла 10 объект финанслана. Улар алдағы йылдарҙа сафҡа инер тип көтөлә.