Мобиль бригада

Тулыраҡ: Мобиль бригада

Республика социаль хеҙмәтләндереү учреждениелары етәкселәренә “мобиль бригада” автобус асҡыстары тапшырылды. “Демография” милли проекты сиктәрендә бөтәһе 18 автобус төрлө райондарға оҙатылды. Республикала 65 йәште уҙған бөтәһе 222 меңдән ашыу оло кеше йәшәй. Уларҙың күбеһе төпкөл ауылдарҙан. Автобустар ололарҙы һәм хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән граждандарҙы район һәм ҡала дауаханаларына йөрөтөү өсөн тәғәйенләнгән. Транспорты бөтә уңайлыҡтар менән йыһазландырылған. Автобустарҙы һатып алыу өсөн 34 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Киләсәктә лә социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларын йәнә автобустар менән тәьмин итеү маҡсаты ҡуйылған.