Өфөнөң бала табыу йорттарына сит төбәктәрҙән килеүселәр һаны артҡан

Тулыраҡ: Өфөнөң бала табыу йорттарына сит төбәктәрҙән килеүселәр һаны артҡан

Башҡортостан тыуым буйынса Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында алдынғылар рәтенә сыҡты. Үткән ярты йыл дауамында республикала 19 меңдән артыҡ сабый тыуған. Өфөнөң бала табыу йорттарына сит төбәктәрҙән килеүселәр һаны ла артҡан. Буласаҡ әсәләрҙе бөтә уңайлыҡтары булған шарттар ылыҡтыра. Бала тыуыу процессының һәр минуты акушерҙарҙың иғтибарлы күҙәтеүе аҫтында. Буласаҡ әсәнең дә үҙен дөрөҫ тотоуы тик яҡшы һөҙөмтәгә килтерә. Людмила тәүге тапҡыр әсәй булырға йыйына. Иптәше менән улар Удмуртиянан килгән. «Парлап бала табыу» уларҙың күптәнге хыялы. Йәш ғаиләнең теләге буйынса тәүге сабыйҙарын табиптар өй шарттарына яҡынлаштырылған махсус операция бүлмәһендә ҡабул итә. Бала табыуҙы еңеләйткән — «йомшаҡ алым», ҡатын-ҡыҙға тәбиғи процесстың ауыртыуҙарын баҫырға ярҙам итә. Өфөнөң 3-сө бала табыу йортонда был “йомшаҡ ысулды”йыш ҡулланалар. Буласаҡ әсә өсөн мөмкин тиклем яҡшы шарттар булдырыла. Әгәр йәш әсәгә башта баланы ҡарауы ауыр булһа, сабый педиатрҙар ҡарамағында айырым бүлмәлә ҡала. Әммә башлыса әсәйҙәр тәүге минуттарҙан уҡ бәпесе менән бергә булырға, яңы ролгә бергәләп өйрәнергә тырыша. Бигерәк тә эргәлә изге күңелле уҡытыусылар- акушерҙар, шәфҡәт туташтары барҙа. Ә заман менән бергә атлаған йәш әсәләр «вертикаль бала табыу» ысулын һайлай. Бының өсөн дә бөтә мәмкинлектәр бар. Юҡҡа ғына Өфөнөң 3-сө бала табыу йорто республикала тыуым буйынса икенсе урында түгелдер. Табиптар ҙа хаҡлы ғорурлана, сөнки сит төбәктән сабыйының тәүге ауазын тап Башҡортостан клиникаларында ишетергә теләүселәр һаны арта.