Башҡорт фарфорынан яңы һауыт-һаба, берҙәм меню һәм ашнаҡсылар өсөн бер стилдәге кейем

Тулыраҡ: Башҡорт фарфорынан яңы һауыт-һаба, берҙәм меню һәм ашнаҡсылар өсөн бер стилдәге кейем

Республика мәктәптәрендә быйыл үҙгәрештәр бихисап. Туҡланыуға иғтибар айырыуса ҙур. Сентябрҙән мәктәп ашханалары нисек үҙгәрәсәк һәм балалалрға нимә ашатасаҡтар? 22 йыл мәктәп ашханаһында эшләүсе Рәйлә Ғәлимова матур һәм яңы һауыт-һабаларҙы йәшниктәрҙән бушатыу үҙе бер ҡыуаныс, ти. Сынаяҡ, аш, салат өсөн тәрилкәләр һәм ҡалаҡтар-былар барыһы ла 161-се лицей ашханаһына оҙатылды. “Туҡлан, белем ал һәм үҫ”. Һауыт-һабалар сағыу төҫтәрҙән менән биһәлеүҙән тыш, уларға девиз да яҙылған. Мәктәп хеҙмәткәрҙәре уның сифатын да юғары баһалай. Быйыл Өфөнөң 127 белем биреү учреждениеһы ошондай һауыт-һабалар менән тәьмин ителәсәк. Биҙәкле һәм сифатлы һауыт-һабаларҙан тыш, мәктәп ашнаҡсылары өсөн дә бихисап үҙгәрештәр көтөлә. Шеф-ашнаҡсы, һауыт-һаба йыуыусы өсөн хәҙер айырым махсус кейем ҡаралған. Өфө предприятиеларының береһе мәктәп хеҙмәткәрҙәре өсөн форма әҙерләү эштәрен август башында уҡ башлаған. Әле кейемдәрҙең яртыһы тулыһынса әҙер.Бында бөтәһе ун алты тегенсе эшләй. Бер көн эсендә 70-н ашыу форма әҙер була. Августың аҙағына тиклем бөтәһе 842 махсус кейем белем биреү учреждениеларына оҙатылырға тейеш.Аш-һыу бүлмәһе хеҙмәткәрҙәре кейемдәре лә һауыт-һабалар кеүек үк девиз менән биҙәкләнгән. Иң мөһиме, ул уңайлы булырға тейеш, тип тегенселәр. Өфө мәктәптәрендә быйыл туҡланыу рационы ла үҙгәрҙе. Элек белем биреү учреждениелары һәм балалар баҡсаһын өс оператор хеҙмәтләндерһә, хәҙер беренсе сентябрҙән алып уҡыусыларҙы балалар һәм диетик туҡланыу үҙәге берҙәм меню менән тәьмин итәсәк. Әле мәктәп хеҙмәткәрҙәре уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә.