Тимер юл ҡуласаһы

Тулыраҡ: Тимер юл ҡуласаһы

Дим станцияһынан Шаҡшаға тиклем электричкала 21 һум түләп 40 минутта барып етергә мөмкин. Был турала ҡарар республика хөкүмәтендә сираттағы транспорт сәғәтендә ҡабул ителде. Әле иһә пассажирҙар өсөн билет хаҡы 67 һум. Ҡала электричкаһы проектын бойомға ашырыу сиктәрендә транспорт селтәрен үҙ-ара тоташтырыу, ә бының өсөн күсеп ултырыу комплекстарын төҙөү ҡаралған. Радий Хәбиров йыл аҙағына тиклем Алға транспорт картаһын электричкаларҙа ла файҙаланыуҙы хәл итеү бурысын ҡуйҙы. Әлеге ваҡытта был карта менән Башавтотранс автобустарындағы юл хаҡын түләргә мөмкин. Йыл аҙағына тиклем Алға түләү селтәренә шәхси йәмәғәт транспортының да ҡушылыуы көтөлә. Картаны файҙаланыу өҫтөнлөктәре беренсе сентябрҙән үк ғәмәлгә инә.