«Башҡортостан лидерҙары» кадрҙар проектының «Идара итеү командаһы 2020-2025» конкурсының ярымфиналы йомғаҡтары буйынса, финалға 72 кеше сыҡты. Ойоштороу комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, уларҙың уртаса йәше — 33, иң өлкәненә — 44, иң йәшенә — 25 йәш. Ир-егеттәр — 81%, ҡатын-ҡыҙҙар 19%. Ҡатнашыусыларҙың күпселеге Өфөнән — 76%. Финалсыларҙың 17% сәнәғәт өлкәһендә эшләй, 11%— дәүләт хеҙмәтендә һәм финанс эшмәкәрлегендә, 10%— медицинала һәм сауҙала. Ҡатнашыусылар инглиз телен белә, немец, япон, төрөк, француз телдәрен белгәндәр аҙыраҡ. Конкурс еңеүселәренә дәүләт структураларында эш тәҡдим ителәсәк.
Идара итеү командаһы
Тулыраҡ: Идара итеү командаһы