“Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле Болгария дәүләтенән гастролдәрҙән ҡайтты

Тулыраҡ: “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле Болгария дәүләтенән гастролдәрҙән ҡайтты

Ансамбль бейеүселәре, йырсылары һәм музыканттары Халыҡ-ара фолькор фестивалдә ҡатнашты. Уларҙың тәьҫораттары тураһында Ләйсән Тимербулатова дауам итә.Ысынлап та иҙәндәрҙе һелкендереп, күңелдәрҙе елкендереп ҡайтты “Мираҫ” ансамбле егеттәре һәм ҡыҙҙары. Рәсәй төбәктәрендә лә, сит илдәрҙә лә йыш сығыш яһаған коллектив артистарын ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә алҡыштарға күмәләр.Фестивалдә Болгария, Аргентина, Грузия, Панама,Ҡытай, Колумбия һәм Мысыр коллективтары ла сығыш яһай. Башҡортостан делегаттары сит илдән килгән дуҫтарын милли ризыҡтарыбыҙ менән дә таныштырып өлгөргән. Ә буш ваҡыттарында уларҙың мәҙәниәтен өйрәнгән. Бигерәк тә Аргентинанан килгән коллектив менән дуҫлаштыҡ, ти улар. Дуҫлыҡ хәтирәләрен видеояҙмалар һәм фотолар һаҡлай хәҙер.Төрлө ҡалаларҙа көн дә барған концерттарға халыҡ ихлас йөрөй, ти мираҫтар. Унда йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҙа тамашанан ситтә ҡалмаған.Йәйҙәрен дә эш менән үткәргән Мираҫ ансамбле хеҙмәткәрҙәре ял итергә әлегә йыйынмай, 24 августтан уларҙы Ҡырым тамашасыһы көтә.