Уҡырға ҡасан барырға, 1 сентябрҙәме әллә икеһендәме?

Тулыраҡ: Уҡырға ҡасан барырға, 1 сентябрҙәме әллә икеһендәме?

Уҡыусыларҙың йәйге каникулы тамамланыуға ун көн самаһы ваҡыт ҡалды. Быйыл 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килә. Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Белем көнө 2 сентябрь уҙғарыла. Мәктәптәр, ата-әсәләр менән кәңәшләшеп, беренсе класҡа барыусылар өсөн Белем көнөн йәкшәмбе лә уҙғара ала. Закон быны тыймай.