Яңы уҡыу йылында уҡыусыларҙы бихисап үҙгәрештәр көтә

Тулыраҡ: Яңы уҡыу йылында уҡыусыларҙы бихисап үҙгәрештәр көтә

Радий Хәбиров Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған уҡыусылар өсөн педагогтарҙы аҡсалата бүләкләргә тәҡдим итә. Уҡыу планында ғына түгел, тәрбиә биреү, туҡландырыу һәм киләсәккә йүнәлеш күрһәтеү. Беренсе сентябрҙең икенсе сентябргә күсеүенән тыш яңы уҡыу йылында уҡыусы, уҡытыусы, ата-әсәне йәнә байтаҡ яңылыҡтар көтә. Хәйер, уларға көнэлгәре башланғыс һалынғайны. Педагогтарҙың ғәҙәттәге август кәңәшмәһе иһә аныҡ бурыстарҙы үтәү юлдарын билдәләне. Һөнәре буйынса уҡытыусы, вазифаһы менән мәктәп директоры Илһам Вәлиев быйылғы август кәңәшмәһендә күп балалы атай булараҡ ҡатнаша. Ул Нуриман районының атайҙар ҡорон етәкләй. Заман мәғарифы уртаса түгел, ә юғары сифатлы белем яҡлы. Ил Президенты раҫлаған Милли проект белем биреү буйынса донъяның иң яҡшы ун дәүләте исемлегенә инеү һәм социаль яуаплы күркәм шәхес тәрбиәләү тигән сәмле маҡсаттар ҡуя. Бының өсөн ысынлап та бер уҡытыусы тырышлығы ғына аҙ. Йәмғиәт, ғаилә, мәктәп хатта һөнәри даирәнең берҙәм хеҙмәттәшлеге кәрәк. Республика етәксеһе “Мәғариф” милли проектын белем биреү өлкәһенең үҫеш этәргесе, тип баһаланы. Үҫеш иһә уҡыусылар ғына түгел, уларҙың уҡытыусылары өсөн дә мөһим. Башҡортостанда старт алған инновация программалары ла Мәғариф Милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә атҡарыла. Радий Хәбиров тәҡдиме менән уларға башланғысты республика мәғариф хеҙмәткәрҙәренең “Взлетай” форумы һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының беренсе йыйыны бирҙе. Тел өйрәнеү һәм туған телдәрҙе һаҡлау талабына башҡалала тәүгә асыласаҡ полилингваль гимназиялар яуап бирә.Мәғарифты үҫтереү институты ғилми хеҙмәткәрҙәре иһә башҡорт телен үҙ-аллы өйрәнеү мәктәбен киң ҡулланышҡа тәҡдим итә. Интернет селтәрен файҙалана алған һәр кем донъяның төрлө тарафында был программа буйынса телде өйрәнеп сертификат алырға мөмкин. Мөмкинлеге сикле бала тәрбиәләгән ғаиләләр үҙаллы белем үҙләштереүҙән күҙгә-күҙ аралашыуҙы өҫтөн ҡуя. Заманса мәктәп үҙенсәлекле балаларға башҡалар менән бер тигеҙ белем алыу шарттарын хәстәрләй. Мәғарифты үҫтереү институты педагогтарҙың һөнәри әҙерлеген инклюзив белем биреү концепцияһына ярашлы камиллаштырыу программалары уйлап табыу йөкләмәһен алды. Быйыл асыласаҡ 21 яңы мәктәп, 21 балалар баҡсаһы, 133 ауыл мәктәбендә үҫеш нөктәләре “Заманса мәктәп” менән “Һәр бала ҡаҙанышы” федераль проекттарын ғәмәлгә ашыра. Баланың тыумыштан бар һәләтен табып үҫтерер өсөн республикала федераль кимәлдәге Сириус өлгөһөндәге үҙәк булдырыу көтөлә. Уҡыусыларға өҫтәмә белем биреүҙең яңы мөмкинлектәрен быйыл беренсе сентябрҙән индереләсәк биш көнлөк уҡыу аҙнаһы аса. Тематик шәмбеләрҙе балалар мауыҡтырғыс сәйәхәттәр, ҡыҙыҡлы түңәрәктәрҙә ҡатнашып файҙалы үткәрһә, айҙың өс шәмбеһендә ғаиләһе менән ял итәсәк. Ҡайһы бер пилот мәктәптәрҙең уҡыу планында ғаиләне өйрәнеү, кинодәрестәр, киләсәккә йүнәлтмә, класс тәрбиәсеһе кеүек үҙенсәлекле сәғәттәр индерелгән. Әйткәндәй биш көнлөк эш аҙнаһын тәҡдим иткән Радий Хәбиров баланың уңышлы үҫешенә өлгәшер өсөн һөнәри йүнәлеш биреү тәжрибәһен тергеҙергә саҡыра. Республика етәксеһе фекеренсә, үҫмерҙәр уҡыуын артабан ҡайҙа дауам итеүҙе, ниндәй уҡыу йортон һайлауҙы көнэлгәре күҙ алдына килтерһә яҡшыраҡ. Һөнәри белем биреү иһә республикала ворлдскилс стандарттарына тап килә. Быйыл милли чемпионатта Башҡортостан вәкилдәре миҙалдар рейтингы буйынса Рәсәйҙә етенсе урынға сыҡты. Беренсе сентябрҙә республиканың 96 һөнәри белем биреү учреждениеһында быйыл 93 мең ярымға яҡын уҡыусы килә. Урта белем биреү йорттарына иһә 478 155 бала көтөлә, Балалар баҡсалары 200 меңдән ашыу баланы ҡабул итә. Яңы уҡыу йылына һалынған әҙерлек, бағланған өмөттәргә белем алыусыларҙың да ынтылышын ҡабатлағанда уҡыуҙағы юғары һөҙөмтәләрҙә шик юҡ.