Мәктәптәрҙә кеҫә телефонын ҡулланыу тыйылыуы ихтимал

Тулыраҡ: Мәктәптәрҙә кеҫә телефонын ҡулланыу тыйылыуы ихтимал

Роспотребнадзор, Мәғариф министрлығы, Рособрнадзор һәм Рәсәй Фәндәр академияһы дөйөм белем биреү ойошмаларында мобиль телефондарҙы файҙаланыу тәртибе тураһында методик тәҡдимдәр әҙерләгән. Ведомстволар дәрестә кеҫә телефонын ҡулланыуҙы сикләргә, ә белем биреү ойошмаһына ингәндә уны «тауышһыҙ» режимға күсерергә кәңәш бирә. Тыйыу ҡәтғи түгел, ҡарарҙы мәктәп ҡабул итә. Сикләү һаулыҡ торошо буйынса телефонға мохтаж балаларға, шулай уҡ уҡытыусыларға һәм ата-әсәләргә ҡағылмай. Тәҡдимдәр халыҡ-ара тәжрибәне анализлау нигеҙендә әҙерләнгән.