Мәскәүҙән Владивостокҡа бер-нисә сәғәт эсендә барып етергә мөмкин буласаҡ. Мюнхен техник университеты студенттары һәм аспиранттары уйлап тапҡан Под иң юғары тиҙлек күрһәтте һәм Америкала уҙғарылған Илон Маск конкурсында беренсе урын яуланы. Был уҡыу йортонда яҡташыбыҙ Артем Ғәзизов та белем ала һәм проектта ҡатнаша. Әгәр, яңы технология менән инвесторҙар ҡыҙыҡһынып, уны тормошҡа ашырһа, ҡалалар, илдәр араһы тағы ла яҡынаясаҡ. 2013-се йылда инженер һәм билдәле эшҡыуар Илон Маск ҡалалар араһында вакуум тоннелдәр — гиперлуп төҙөргә тәҡдим итә. Тоннель эсенән махсус капсула сәғәтенә 1 мең 200 километр тиҙлек менән йөрөп, пассажирҙарҙы ташыр тип күҙаллана. Йәғни, нимәһеменәндер метро кеүек, әммә, тиҙерәк. Донъя ғалимдары һәм инженерҙары араһында проект ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Бихисап компаниялар, шул иҫәптән Мюнхен техник университеты студенттары һәм аспиранттары ла был эшкә тотона. Улар араһында яҡташыбыҙ Артем Ғәзизов бар. Проекты тормошҡа ашырыу өсөн йыһан технологиялары менән шөғөлләнеүсе Спейс Икс компанияһы конкурс уҙғара. Унда Өфө егете белем алған уҡыу йорто командаһы еңеүсе тип табыла. Уларҙың капсулаһы сәғәтенә 463 километр тиҙлек менән хәрәкәт итә. Әгәр тоннелдәр төҙөлөп, ошондай подтар йөрөй башлаһа, кешеләрҙең юлға аҙ ваҡыты китәсәк. Сағыштырыу өсөн, Мәскәүҙән Санкт-Петербургҡа тиклем ярты сәғәт эсендә, ә Өфөнән Екатеринбург ҡалаһына тиклем 20 минут эсендә барып етеп буласаҡ. Гиперлуп транспорт төрө менән 50 кешенән торған төркөм шөғөлләнә. Улар араһында төрлө милләт вәкилдәре бар, ти Артем Ғәзизов. Проект билдәле эшҡыуар Илон Маскта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. 21 йәшлек Артем Ғәзизов Өфөлә 91-се гимназияла белем ала. Мюнхен техник университетының Электр техникаһы бүлегенә уҡырға инә. Әле бакалавриатты тамамлап, магистратураға имтихандарға әҙерләнә. Гиперлуп менән шөғөлләнгән төркөмдә ул микросхемалар һәм электр ҡоролмалар өсөн яуап бирә.Уҡыу менән бер рәттән Өфө егете беренсе курс студенттарына лекциялар уҡый. Ә буш ваҡыты тап яңы технологиялар менән шөғөлләнеү өсөн китә. Шуға күрә, яҡташыбыҙҙың Германиялағы көн тәртибе иртәнге сәғәт 5-тән башлана. Артем Ғәзизов тыуған яғына ҡайтып эшләргә хыяллана. Гиперлуп проекты Башҡортостан етәкселегендә лә ҡыҙыҡһыныу уятып тип ышана ул. Сөнки, яңыраҡ республика етәксеһе Радий Хәбиров Өфө тирәләй поездарҙың ҡулсалы хәрәкәтен ойошторорға тәҡдим итте.Илон Маск капсула сәғәтенә 1 мең 200 километр тиҙлек менән йөрөргә тейеш, тигән маҡсат ҡуя. Әлегә яҡташыбыҙ Артем Ғәзизов уҡыған Мюнхен техник университеты командаһына етеүселәр юҡ, уларҙың поды сәғәтенә 463 километр тиҙлек менән хәрәкәт итә. Әммә, бының менән генә туҡтап ҡалырға йыйынмай, йәш студенттар.
Ҡалалар, илдәр араһы тағы ла яҡынаясаҡ
Тулыраҡ: Ҡалалар, илдәр араһы тағы ла яҡынаясаҡ