Йөрәк сирлеләр ҡаҙнаһы иҫәбенә дарыуҙар алыу хоҡуғына эйә

Тулыраҡ: Йөрәк сирлеләр ҡаҙнаһы иҫәбенә дарыуҙар алыу хоҡуғына эйә

Башҡортостанда йөрәк сирлеләрҙең айырым ҡатламдары йыл дауамында республика бюджеты ҡаҙнаһы иҫәбенә дарыуҙар алыу хоҡуғына эйә. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡарарына ярашлы, амбулатор-поликлиника ярҙамы күрһәткәндә табиптарҙың рецептары буйынса дарыуҙар һәм медицина тәғәйенләнешендәге әйберҙәр менән тәьмин итеү йәһәтенән граждандарҙың айырым төркөмдәренә бюджет иҫәбенә социаль ярҙам сараларын күрһәтеүҙе ойоштороу тәртибенә үҙгәрештәр индерелде. Сирҙәр категорияһы исемлегенә йөрәктең ишемия ауырыуы һәм мейе инфаркты индерелде. Быға тиклем дарыуҙар йөрәктең ишемия ауырыуы менән яфаланғандарға һәм 6 айға ғына бирелә ине. Башинформ агентлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостандаәле ошондай диагнозлы 10,5 мең ауырыу йәшәй. Бюджеттан ярҙам халыҡтың ҡайһы бер категорияларына — дауалауға финанс сығымдарын экономияларға, ә дәүләткә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән үлем осраҡтарын кәметергә мөмкинлек бирергә тейеш, ти белгестәр. Ҡарар 2020 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инә.