Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә һыу транспортында ҡағиҙә боҙоу һәм бурыслыларҙы асыҡлау буйынса профилактик рейд ойошторҙо. Тикшереү барышында ҡотҡарыусылар бер-нисә административ протокол төҙөлдө. Республиканың иң ҙур һыуятҡылыҡтарының береһенә йәй миҙгелендә Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән меңәрләгән ял итеүсе килә. Катер, гидроцикл һәм һыуҙа йөҙөүсе башҡа техникала йөрөү ял итеүселәрҙең яратҡан шөғөлдәренең береһе. Тик ҡотҡарыусылар билдәләүенсә, яҡынса һәр өсөнсө бәләкәй суднола ҡәғиҙә боҙоу осрағы теркәлә. Рейд барышында Санкт-Петербург ҡалаһынан килгән ял итеүселәрҙең бер төркөмө инспекторҙар күҙенә ташланды. Һөҙөмтәлә, гидроциклдың махсус таныҡлығының ҡулланыу ваҡыты үткәне асыҡланды. Техника хужаһына ҡарата урында уҡ административ протокол төҙөлдө. Республиканың бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә шулай уҡ Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы хеҙмәткәрҙәре профилактик рейдта ҡатнашты. Патруль барышында суд приставтары бәләкәй судно хужаларын алимент, һалым һәм башҡа штрафтарға тикшерҙе. Республиканың иң ҙур һыуһаҡлағысының оҙонлоғо 100 саҡрымдан ашыу. Ҡотҡарыусылар билдәләүенсә, бында 3 меңдән ашыу бәләкәй судно, гидроцикл дәүләт инспекцияһында махсус теркәү үткән. Республиканың бәләкәй суднолар буйынса дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре һәр һыу транспортын контролдә тота. Ҡотҡарыусылар билдәләүенсә, ябай иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында һәр кемдең бәләгә тарыуы ихтимал. Был суднола тәртип боҙоу осрағы теркәлмәне. Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса бәләкәй суднолар дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүҙе һыу миҙгеле асылыу менән башлай һәм көҙгә тиклем дауам итә.
Ял итеү мәҙәниәте
Тулыраҡ: Ял итеү мәҙәниәте