Ишембай кадет корпусында яңы бина асылды

Тулыраҡ: Ишембай кадет корпусында яңы бина асылды

Республика мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, төбәктә уҡыусылар һаны 439 меңгә етә. Балалар баҡсаһына йөрөүселәр һәм колледж-институттар студенттарын иҫәпкә алғанда, дөйөм һан 885 меңгәсә барып баҫа. Мәғариф системаһында 147 мең хеҙмәткәр эшләй, уларҙың 35 меңдән ашыуы– уҡытыусылар. Бөгөн республиканың барлыҡ мәктәптәрендә лә Белем көнө уңайынан тантаналар үтә. Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич бөгөн Ишембайҙағы кадет корпусында 1-се сентябрға арналған тантаналарҙа ҡатнаша. Хәҙерге көндә бында 320 кадет белем ала.