Благовар районында күптән көтөлгән юл төҙөлөшө урындағы халыҡ өсөн оло проблемаға әүерелгән. Ваҡытлыса юл булмағанлыҡтан техника ялан юлында бата, ә кешеләр ямғырҙа ауылынан сыға алмай интегә. Әлегәсә балаларҙы мәктәпкә йөрөтәү мәсьәләһе хәл ителмәгән. Ә бер аҙнанан уҡыуҙар башлана. Ғүмер буйы водитель булып эшләгән Зөфәр Базикеев бындай юлдан әлегәсә йәйәү ҙә йөрөгән юҡ ине тип шаярта. Благовар районының Өйҙөрәкбаш ауыл биләмәһендә йәшәүселәр май айынан алып көн дә ошо ҡаршылыҡты үтергә мәжбүр. Бигерәк тә ямғырҙар ваҡытында хәл ҡатмарлы була. Яңы юлды халыҡ инде 6 йыл буйы көтә. Быйыл ниһәйәт эштәр башлана, әммә уның менән бергә проблемалары ла килеп тыуа. Элекке трассаны киңәйтеү өсөн түгелгән ҡом ямғыр ваҡытында батҡаҡҡа әйләнә. Мәҫәлән был кадрҙар үткән аҙналағы ямғыр ваҡытында төшөрөп алынған. Йөк машиналары батып, сәғәттәр буйы сыға алмай ултырһа, еңел машинала бында яҡынларлыҡ та булмай. Урындағы халыҡ билдәләүенсә, күрше Шишмә районында урынлашҡан сусҡасылыҡ комплексы хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра. Улар ошо юлдан мал, аҙыҡ ташый, көн дә тиҫтәләгән ауыр техника үтә. 3 ауылда йәшәүселәр ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарға күҙ йоморға һәм эштәр бөткәнен көтөргә әҙерҙәр ҙә... Тик юлдың тәүге 2 саҡрымына күптән таш түшәлһә лә асфальт юҡ. Ә йөрөгән техника түшәлгән ташты туҙҙыра. Етешһеҙлектәр бының менән генә сикләнмәй ти урындағы фермер Илдус Ишбулатов. Юлды киңәйткәндә уның хужалыҡ ерен баҫып алалар. Һөҙөмтәлә ул 3 гектарҙай ерен юғалта. Өҫтәүенә генераль подрядсы ойошма вәкилдәре халыҡ араһында эште бөтөнләй туҡтатабыҙ тигән ҡотҡо тарата. Быны улар финанслау булмауға һылтай. Ә 1 аҙнанан ошо юлдан 3 ауылдан балалар мәктәпкә йөрөй башларға тейеш, әлбиттә мәктәп автобусына рөхсәт юҡ. Шуға күрә лә сентябҙән 20-ләгән уҡыусы дәресте өйҙә аласаҡ тип аңлаттылар район хакимиәтендә. Юл төҙөлөшөн финанслауға килгәндә, аҡсалар федераль бюджеттан күсергә тейеш була, шуға ла тотҡарлыҡтар барлыҡҡа килгән. Киләһе аҙнанан иҫәпкә аҡса күсә башлаясаҡ, тимәк подрядсы ойошмаға ла юлдытиҙ арала эшләп бөтөргә тигән талап ҡуйыласаҡ. Ә халыҡҡа ремонт бөткәнен көтөргә генә ҡала.
Техника бата, кешеләр ауылдан сыға алмай интегә
Тулыраҡ: Техника бата, кешеләр ауылдан сыға алмай интегә