Стәрлетамаҡ “Рублевкаһы”ндағы тиҫтәләгән ер биләмәһе хужалары милкенән мәхрүм ҡалыуҙан ҡурҡа

Тулыраҡ: Стәрлетамаҡ “Рублевкаһы”ндағы тиҫтәләгән ер биләмәһе хужалары милкенән мәхрүм ҡалыуҙан ҡурҡа

Суд ҡарарының улар мәнфәғәтенә булмауы ихтимал. Район прокуратураһы 2010 йылда йүнселгә ҡуртымға бирелгән ерҙәр законһыҙ һатылған тип белдерә. Ваҡиға сәбәптәре менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡыҙыҡһынды. Илгиз Сынғыҙов хыялын бойомға ашырыу маҡсатында һатып алған ер биләмәһендә төҙөп росреестрҙа рәсми теркәгән мунсаһы менән йорт нигеҙенә тип әҙерләнгән блоктарҙы күрһәтә. Прокуратура суд ҡарарына тиклем был ерҙәрҙә төҙөлөштө тыя. Башҡа участка хужалары шундай уҡ хәлдә. Был ерҙәрҙе улар хаҡы икеләнерлек арзан булғанлыҡтан закон белгестәренән тикшертеп һатып алған. Бынан 9 йыл элек 3 ауыл биләмәһе хакимиәте рөхсәте менән 116 гектар майҙанды эшҡыуар йәмғиәте ҡуртымға алған. Веденовский күле тирәһен төҙөкләндереп сәйәхәтселәр өсөн ял урынына әйләндереү маҡсатында. 2016 йылда иһә эшҡыуарҙар майҙанды ыҙанлап 180 бәләкәй участкаға бүлеп физик шәхестәргә һатҡан. Был ғәмәлдең законға ярашлы башҡарылыуы ла һис кемдә шик тыуҙырмай. Стәрлетамаҡ районы прокуратураһы иһә башҡа фекерҙә. Был ерҙәр күлде файҙаланыу маҡсатында бирелгән, уларҙы шәхси төҙөлөш өсөн һатыу законға тап килмәй. Стәрлетамаҡ районы хакимиәте ерҙәрҙе һатыу-алыуҙы законһыҙ тип таныу буйынса суд тикшеренеү эше яҡлы. Әлегә үткән бер ултырыш ҡарары һатып алыусы файҙаһына түгел. Ер участкаларын хәләл хеҙмәт менән тапҡан аҡсаға һатып алған кешеләр бирешергә теләмәй. Үҙ мәнфәғәттәрен яҡлауҙы үтенеп улар Башҡортостан башлығының онлайн-ҡабул итеү бүлмәһенә мөрәжәғәт иткән.