Ни өсөн хаҡ артҡан?

Тулыраҡ: Ни өсөн хаҡ артҡан?

Торлаҡ-коммуналь хужалығы өсөн икеләтә-өсләтә хаҡ алыусылар хәҙер “Башҡортостан йылылылыҡ бүлеү” ойошмаһында оҙон сиратта торорға мәжбүр. Хаҡтың ҡапыл күтәрелеүен ойошма етәкселәре нисек аңлата? Өфөнөң Баязит Бикбай исемендәге күп ҡатлы йортта йәшәүсе Наталья Дерягинала торлаҡ-коммуналь хужалығы өсөн килгән ҡағыҙҙар, дөрөҫөрәге ундағы хаҡтар күп һорау тыуҙыра. Күрһәтелгән мәғлүмәттәр дөрөҫ булмауҙан тыш, ханым коммуналь түләүҙәрҙең икеләтә-өсләтә артыуына ризаһыҙлыҡ белдерә. Ҡулдарына яңы квитанция алыусыларға хәҙер “Башҡортостан йылылыҡ бүлеү” ойошмаһы тупһаһын көнө буйына тапарға тура килә. Үҙенең сиратын көтә алмай, ойошмаға ике-өс тапҡыр килеүселәр ҙә юҡ түгел. Законға ярашлы, былтыр күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар менән тура килешеү төҙөнө. “Башҡортостан йылылыҡ бүлеү” ойошмаһы әле республиканың һигеҙ ҡалаһын хеҙмәтләндерә. Билдәле булыуынса, халыҡ июлдән алып йылы һыу, йылылыҡ һәм электр энергияһы өсөн дөйөм квитанция ала. Ойошма етәкселәре һүҙҙәренсә, хаҡтарҙың ҡапыл артып китеүе күп ҡатлы йортта йәшәүселәрҙең ваҡытында түләмәүенә бәйле. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса белгес Наталья Әбүбәкирова күп ҡатлы йорттарҙың идара итеүсе компанияһы ла хаҡтарҙы тикшереп барырға тейеш, тип билдәләй. Шуға ла урында йәшәүселәр йорттағы махсус приборҙың күрһәткестәрен ҡарап барырға тейеш. Квитанциялар буйынса граждандар ойошманың рәсми сайтында ла һорауҙарын ҡалдыра йә иһә шылтыратып белешә ала. ойошма етәкселәре бындай аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡмаһын өөн бурыстарҙы ваҡытында түләргә саҡыра.