Мөғәллимдәр ни өсөн яҡлауға мохтаж?

Тулыраҡ: Мөғәллимдәр ни өсөн яҡлауға мохтаж?

Өфөлә мәғариф системаһын үҙгәртеүгә бәйле кәңәшмә уҙҙы. Эксперт советы ултырышы йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятмаһа ла, һөҙөмтә Башҡортостан мәктәптәрендә эшләгән 130 мең уҡытыусыға ҡағыла. Уларҙың һөнәре, ысынлап та, баһалап бөткөһөҙ. Был рухи баһалау. Балаларға белем биреп, тормошҡа әҙерләгән мөғәллимдәр бөгөн үҙҙәре яҡлауға мохтаж. Тәү сиратта, бюрократизмдан арындырыу. Рәсәйҙең мәғариф системаһы хәҙер донъяның 35 иле араһында беренсе урынға сыҡты. Алтын миҙал, яңы ҡаҙаныштар, йә иһә шаҡ ҡатырырлыҡ асыштар өсөн түгел. Пьедесталдың тәүге баҫҡысы тап ҡағыҙҙар тултырыу һәм отчеттар яҙыу өсөн бирелгән. Бөгөн уҡытыусылар статистар ролен дә үтәй. Ниндәй сара булһа ла, улар залды тултырырға тейеш. Бының өсөн хатта айырым күрһәтмәләр бирелә. Тағы ла бер хәл. Урамда нисә бағанала ут янмай, мәктәп биләмәһенә ҡасан һәм нисә берәҙәк эт килеп ингән, ошоларҙың барыһын уҡытыусылар иҫәпләп, рәсми ҡағыҙҙарға яҙып, күҙәтеүсе органдарға тапшырырға тейеш. Бурыслы ғына түгел, ә мотлаҡ тейеш. Эксперт советы ултырышының һөҙөмтәләрен иғлан итеү әлегә иртәрәк. Мәғариф министрлығы ла уҡытыусыларҙы ҡағыҙҙар тултырыуҙы азат итә аламы, юҡмы, уныһы ла билдәһеҙ. Ни өсөн тигәндә, ведомство белгестәре бурыстарҙы үҙҙәре аңлап етә алмай. Ә уҡытыусы иһә ике түгел, ә өс ергә бүленергә мәжбүр. Тәүгеһе, иғтибар итегеҙ, тәүгеһе — рәсми ҡағыҙҙар тултырыу, икенсеһе етәкселек менән яҡшы мөғәмәлә итеү, өсөнсөһө – балалар менән эшләү. Башҡортостанда айырым статистика ла бар. Әгәр ҙә педагог мәктәптә аҙнаһына 46 сәғәт эшләй икән, был ваҡыттың теүәл 15 сәғәтен ул документтар тултырыуға бүлә. Ә бына ҡағыҙ, елем, ҡәләм-дәфтәр, хатта семинарҙарға юл сығымын да уҡытыусы үҙ кеҫәһенән ала. Бюджетта ошондай ваҡ-төйәк кеүек күренгән мәсьәлә өсөн аҡса бөтөнләй ҡаралмаған. Уҡытыусыларҙы бюрократик йөктән ҡотҡарыу юлдары юҡ түгел. Башҡортостанда ошо йәһәттән тәжрибәләр ҙә бар. Мәҫәлән, Шишмәләге Әлкә мәктәбе. Белем биреү йортонда педагогтарға ярҙам итеп, уларҙы ҡағыҙҙар тултырыу кеүек эштән бер сиреккә булһа ла азат иткәндәр. Бөгөн уҡытыусылар дүрт кенә документ тултырырға тейеш. Рәсми ҡағыҙҙар исемлеге лә билдәле. Предмет буйынса эш программаһы, календарь-тематик планлаштырыу, электрон көндәлек һәм электрон журнал. Тик әлегә Рәсәй мөғәллимдәре бындай үҙгәрештәрҙе өндә генә түгел, ә төшөндә лә күрмәй.