Башҡортостанда өлөшсөләргә ярҙам фонды булдырыла

Тулыраҡ: Башҡортостанда өлөшсөләргә ярҙам фонды булдырыла

Был хаҡта Радий Хәбиров Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Республика етәксеһе яңы фондты тиҙ арала ойоштороп унда аҡса йүнәлтеү һәм төҙөлөш башлау йөкләмәһен бирҙе. Өфө менән Ағиҙел араһында тимер юл бәйләнешен булдырыу оҙайлы перспектива икән, Күмертау етештереү берекмәһенең яҙмышын тиҙ арала хәл итеү зарур. Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы оператив кәңәшмәне Рәсәй Президенты Владмир Путин менән осрашыу йомғаҡтарынан башланы. КумАПО белгестәре республика хөкүмәте булышлығы менән продукцияһын һатыу сараһын үҙҙәре эҙләмәһә үҫеш мөмкинлектәре ҡатмарлаша, тине Радий Хәбиров. Үткән аҙна ваҡиғаларына байҡау яһап ул Сбербанк етәксеһе Герман Греф менән эшлекле осрашыу, “Молочная страна” фестивале һәм Өфөлә Көрәш үҙәгенә башланғыс һалыу кеүек сараларға ыңғай баһа бирҙе. Республикалағы 1310 мәктәп яңы уҡыу йылына әҙер. Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин белдереүенсә, биналарҙа хәүефһеҙлек һәм санитар гигиена талаптары буйынса етешҙеһлектәр бөтөрөлгән. Йылы бәҙрәф бүлмәләрен төҙөү йөкләмәһе тик биш районда тулыһынса үтәлмәгән. 1436 мәктәп автобусының 112-һе техник торошо буйынса юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы тарафынан ҡабул ителмәгән. Әле был мәсьәлә хәл ителә. Уҡыусылар һәм ата-әсә мәктәптә нимәне үҙгәртергә теләйһегеҙ тигән һорауға яуап алыуҙа ҡатнашҡан. Яуап биреүселәрҙең 40 проценттан ашыуы яңы йыһаздар өсөн тауыш биргән. “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә 2024 йылға тиклем республиканың бар мәктәптәре лә яңы ҡорамалдар аласаҡ, тине Айбулат Хажин. “Мәҙәниәт” милли проектын бойомға ашырыу барышы тураһында Әминә Шафиҡова белдерҙе. 2024 йылға Башҡортостанда 27 яңы мәҙәниәт объекты төҙөлә, 52-һе яңыртып ҡороласаҡ. Заман талаптарына ярашлы улар ябай күңел асыу урыны ғына түгел. Райондарҙа юл түшәү мөмкинлектәрен экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлыҡтары һәм транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты берлектә хәстәрләй. Радий Хәбиров юл түшәү хаҡын муниципалитеттарҙың үҙ техникаһы менән үҙ төбәк материалдарын файҙаланып оптималләштерергә ҡушты. 2025 йылға республикала 3 мең ярым километр юл һәм 7 мең километрҙан ашыу урамда ҡырсынташ түшәү күҙаллана. Ҡала ауыл урамдарын яҡтыртыу мәсьәләһе лә йыл аҙағына тиклем тамаланасаҡ. Әле эштәрҙең 73 процентына өлгәшелгән. Республика етәксеһе Йәмәғәт именлеге ведомство-ара комиссияһының иҫетркес эсемлектәрҙең законһыҙ әйләнешенә ҡаршы эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Төбәктә тулыһынса хәл ителмәгән алданған өлөшсөләр мәсьәләһе лә көн үҙәгендә ҡала. Радий Хәбиров өлөшсөләр алдындағы бурыстар үтәләсәк, тип белдерҙе. Хәҙер республикала төҙөлөш ойошмаларының йөкләмә үтәүен көйләүсе һәм өлөшсөләргә ярҙам итеүсе Фонд бар.