Республикала 1310 белем биреү учреждениеһының барыһы ла тиерлек уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер. Өҫтәүенә, балалар өсөн ун яңы мәктәп тәүге тапҡыр үҙ ишектәрен асасаҡ. Әммә ремонт талап ителгән белем усаҡтары ла юҡ түгел. Рәлиә Сәхибгәрәева дауам итә. Диуарҙарҙан штукатурка аҡтарыла, ә түшәмдән һыу үтә. Ошондай шарттарҙа уҡыу баланың һаулығына ғына түгел, хатта ғүмеренә лә хәүеф менән янай. Өфөнөң 23-сө мәктәбендәге етешһеҙлектәрҙе эҙләп, прокуратура хеҙмәткәре һәр бүлмәгә инә һәм һәр бүлмәлә лә тиерлек ошондай хәл күҙәтелә. 1957 йылда төҙөлгән бинаның ҡыйығы ныҡ таушалған. Шуға ямғырҙар ваҡытында һыу үтәнәнән үтә. Дымлылыҡ көслө булғанлыҡтан ДВП-нан һалынған иҙәндәр еүешләнеп серей башлаған. Стеналар күк менән ҡапланған, ә төбәнән штукатурка ҡойола. Элек бында спорт залы булған, хәҙер иһә бүлмә бикле тора. 2016 йылда төҙөкләндереү эштәре үткәрелһә лә, мәктәп киренән элекке хәленә ҡайтҡан. Балаларының һаулығы өсөн борсолған ата-әсәләрҙең һорауы буйынса прокуратура тикшереү үткәргән һәм уның һөҙөмтәһе буйынса ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт әҙерләнгән. Ә бына Өфөнөң 41-се мәктәбе ярты быуат элек төҙөлһә лә, яҡшы хәлдә. Бина иҫке булыуына ҡарамаҫтан, етәкселек ҡулдан килгәнсә, белем усағын йәмләндерергә тырыша. Санитар нормаларға ярашлы, башланғыс класстарҙа ҡул йыуыу өсөн раковиналар урынлаштырылған. Шулай ҙа, уҡыусылар өсөн иң ҙур бүләк – яңы футбол яланы. Яңы төҙөлгән мәктәптәр иһә хәүефһеҙлек системаһына иғтибарҙы күберәк бүлә. Мәҫәлән, былтыр ғына сафҡа ингән 1-се лицейҙа 80-гә яҡын видеокамера урынлаштырылған. Учреждениеның һәр коридоры, һәр бүлмәһе күҙәтеү аҫтында. Лицейҙың һәр бер ҡаты бер темаға арналып биҙәлгән. Уҡыусылар өсөн һөнәр һайлауҙа ярҙамға килгән мәғлүмәти стендтар, китапхана кеүек ойошторолған коридорҙары ла бар. Әле уҡытыусылар һуңғы әҙерлек эштәре менән мәшғүл, яңы уҡыу йылындағы тәүге дәресте үткәреү өсөн кабинеттарҙы биҙәй.
Уҡыу башланыуға ни бары 4 көн ҡалды
Тулыраҡ: Уҡыу башланыуға ни бары 4 көн ҡалды