Республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа уҡытыусыларға бюрократияны кәметеү менән шөғөлләнә башланылар. Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты ҡарамағындағы эксперт советы ултырышында уҡытыусыларға юғарылағы ведомстволарҙың йөкләмәһе һалыныуы билдәләнде. «Өҫтә» уларҙың эшмәкәрлеген контролдә тотоу ысынында иһә күп һанлы отчет рәүешендәге үҙконтроль менән алмаштырылған. Уҡытыусыларға методистарҙың эше лә йөкмәтелә, — тине республика парламенты спикеры Константин Толкачев. Эксперт советы ағзалары «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында» федераль закондың 6-сы һәм 8-се статьяларына төҙәтмәләр индерергә тәҡдим итте.
Бюрократияны кәметеү
Тулыраҡ: Бюрократияны кәметеү