Республикала ҡәбер асыусылар барлыҡҡа килгән

Тулыраҡ: Республикала ҡәбер асыусылар барлыҡҡа килгән

Өфө районының Мөҙәрис ауылы зыяратында билдәһеҙҙәр 2008 йылда ерләнгән кешенең ҡәберен ҡаҙғандар. Мәрхүмдең туғандары кемде ғәйепләргә лә белмәй. Әле республиканың эске эштәр министрлығы был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Мәрхүмдең ҡәбере ҡаҙылғанын ауыл халҡы күреп ҡала һәм шунда уҡ зыяраттың ҡарауысыһына хәбәр итә. Әҙһәм Әсәҙуллин әйтеүенсә, бындай хәл быға тиклем берҙә осрағаны булмаған. Зыярат ҡараусыһы һүҙҙәренсә, билдәһеҙҙәр мәрхүмде ҡаҙып алырға уйлағандар. Тик, күрәһең, кемдер уларҙы ҡурҡытып ебәрә. Һөҙөмтәлә, мәйеткә тиклем ҡаҙып етмәгәндәр. Бынан 11 йыл элек ерләнгән Хәлит Ғилмановтың туғандары иһә быны енәйәтселек менән бәйләй. Улар һүҙҙәренсә, мәрхүмдең өҫтөнә тағын бер мәйет ерләргә уйлағандар. Республиканың эске эштәр министрлығы был хәл буйынса тикшереү башлаған. Тикшереү эштәре барыуға ҡарамаҫтан, мәрхүмдең туғандарына ҡәберҙе күмергә рөхсәт иткәндәр. Ошондай уҡ хәл Мәләүез ҡалаһында ла теркәлгән. Ҡала зыяратында билдәһеҙҙәр ике йыл элек мәрхүм булған ҡыҙҙың ҡәберен ҡаҙғандар. Республиканың эске эштәр министрлығы был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.