Башҡортостанда бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары камиллаштырылды

Тулыраҡ: Башҡортостанда бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары камиллаштырылды

Быйыл республика халҡы Башҡортостан башлығын һайлай, тауыштарҙы иҫәпләү өсөн төбәктә 225 КОиБ ҡулланыласаҡ. Яңы комплекстар һайлау хоҡуғына эйә булған халыҡтың 11 процентына гражданлыҡ бурысын заманса үтәргә мөмкинлек бирә. Бюллетендәрҙе эшкәртеү комплекстары, йәғни КОиБ-тар һайлау хоҡуғына эйә булған 1 меңдән ашыу кеше йәшәгән ауыл һәм ҡалаларҙа урынлаштырыла. Ә бына Өфөлә булмаясаҡ. Сөнки, һайлау участкаларының барыһы ла видеокамералар менән йыһазландырыла. КОиБ-тар быйыл аккумулятор менән тәьмин ителгән һәм әгәр электр энергияһы һүнһә, 4 сәғәт үҙ-аллы эшләй ала. Билдәле булыуынса, Башҡортостан башлығын һайлау 8-се сентябрҙә үтә. Әле кандидаттарҙың һайлау алды агитацияһы – дебаттар бара.