Өфөлә ашығыс медицина ярҙамы машинаһының иң яҡшы водителен асыҡлау буйынса конкурс үтте. Сарала барлығы республика райондарынан 34 водитель ҡатнашты. Ярыш 3 этаптан торҙо. Беренсе этапта водителдәр юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса тест эшләне. Икенсеһендә автомобилдә йөрөү оҫталыҡтарын күрһәтте. Өсөнсө этапта конкурста ҡатнашыусылар беренсе медицина ярҙамын күрһәтеү оҫталыҡтарын тикшерҙе.
Тиҙ ярҙам машинаһының иң яҡшы водителе
Тулыраҡ: Тиҙ ярҙам машинаһының иң яҡшы водителе