Республикала 2020 йылда үтәсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына әҙерлек башланды. Башстат хеҙмәткәрҙәре урам атамалары һәм йорт һандары булмаған адрестар буйлап йөрөйҙәр. Был иһә киләһе йылда үтәсәк халыҡ иҫәбен алыу эштәрен еңеләйтергә тейеш. Өфө янында урынлашҡан ауылдар майҙаны һуңғы йылдарҙа күпкә ҙурайҙы. Бер йыл эсендә генә йөҙләгән яңы өй ҡалҡып сыҡты. Тикшереү барышында яңы төҙөлгән йорттарҙың күбеһе маршрут биттәрендә лә күрһәтелмәгәне асыҡланды. Теркәүселәр билдәләүенсә, йыш осраған проблемаларҙың береһе – ул ер участкаларының ыҙанлауы. Мәҫәлән, Михайловка ҡасабаһында бер майҙанда ике йорт төҙөлгән. Тик документ буйынса берәүһе генә күрһәтелгән. Белгестәр билдәләүенсә, һәр ҡалала һәм районда халыҡ иҫәбен алыуҙың үҙенә күрә үҙенсәлеге, айырылып торған яғы бар. Өфө өсөн был, тәү сиратта, биләмә ҙурлығы һәм ҡала составында 20-нән ашыу ауылдың һәм коттедж ҡасабаларының булыуы. Өфөлә кеше фатирында ваҡытлыса йәшәүселәрҙең күплеге лә билдәле ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Республикала йорттар һәм адрестар буйынса мәғлүмәтте туплау эшендә барлығы 1 мең 200-ҙән ашыу теркәүсе ҡатнаша. Белгестәр билдәләүенсә, халыҡтан йыйылған бар мәғлүмәт ситкә таралмаясаҡ. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу киләһе йылдың 1 октябренән 31 окятбргә тиклем дауам итсәк. Әлегә иһә теркәүселәргә йорттар һәм фатирҙар буйлап йөрөп сығыр кәрәк.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына әҙерлек башланды
Тулыраҡ: Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына әҙерлек башланды