Өфө халыҡ-ара аэропортының яңы мөмкинлектәре

Тулыраҡ: Өфө халыҡ-ара аэропортының яңы мөмкинлектәре

Бер нисә йөҙ миллион һумлыҡ инвестициялар, йөҙгә яҡын яңы эш урыны һәм Себер менән илдең Көнбайышы араһында ҡеүәтле төбәк үҙәге. Өфө халыҡ-ара аэропортында дәүләт менән эшҡыуарлыҡтың һөҙөмтәле хеҙмәттәшлеген дәлилләүсе яңы ангар асылды. ЮТэйр авиахолдингы Өфөлә һауа судноларын техник хеҙмәтләндереү һәм йүнәтеү буйынса беренсе ангарҙы 2015 йылда асҡайны, ул сит ил самолеттарын төҙөкләндереү менән шөғөлләнһә, яңы үҙәктә АН-24, АН-26, АН-74 һәм Як-42 самолеттары техник хеҙмәтләндереү үтәсәк. Үҙәктең техник диагностика, тикшереү буйынса, авиация һәм радиоэлектроника йыһаздары ҡуйылған үҙ лабораторияһы бар. Техник хеҙмәтләндереү үҙәге Төбәк-ара авиацияһының Өфөнән йөк ташыу күләмен арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Инженер-техниктар — Өфө юғары уҡыу йорттарын тамамлаған белгестәр.