“СССР тарҡалмаған!”

Тулыраҡ: “СССР тарҡалмаған!”

“СССР тарҡалмаған!” – ошондай лозунг менән пенсионерҙарҙы аферистар алдай. Йорт-коммуналь хужалыҡтары хеҙмәте, һалым һәм хатта кредит өсөн аҡса түләмәйәсәкһегеҙ, тип вәғәҙә итә улар. Бының өсөн тик совет паспортын һатып алыу кәрәк. Өфөлә генә 400-ҙән ашыу ошондай аферист ҡорбандары иҫәпләнә. Ә бына Коми республикаһында ҡәҙимге ойошма экстремист эшмәкәрлек, тип танылған. Был кадрҙарҙа партияның ябыҡ йыйылышы. Барыһы ла хаҡлы ялдағы өлкән кешеләр. Хәрәкәт лидеры совет паспортын алып өлгөрмәгәндәрҙең барыһын да халыҡ дошманы, тип иғлан итә. Беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт итеүсе ханым билдәләүенсә, Өфөнән генә 400-ҙән ашыу кеше ошо ҡапҡанға эләгеүселәр иҫәбендә. Совет заманы закондары менән йәшәргә теләп, Өфөлә йәшәүсе ханым ялған профсоюзға 200 мең һумдан ашыу аҡса бирә. Бәхетле ҡартлыҡты диңгеҙ буйында үткәреү хыялда ғына тороп ҡалған. Вәғәҙәләгән Крым ерендә йорт төҙөп йәшәр урынға, хәҙер иһә коммуналь хеҙмәттәренә генә әллә күпме бурыс түләргә тура килә. Башҡортостанда Совет ойошмаһын етәкләүсе Рауил Төхвәтуллин халыҡты һалымһыҙ, йорт-коммуналь хеҙмәттәренә түләмәй бушлай йәшәргә өндәй. Бурыстары йыйылған кешеләрҙең судҡа тарыған осраҡтарында иһә шул уҡ Төхвәтуллин халыҡ мәнфәғәтен яҡлап ярҙамға килә, әлбиттә, бушлай түгел. Советтар заманы рухында йыһазландырылған бүлмәгә халыҡ килеүҙән туҡтамай. Әммә телевидение хеҙмәткәрҙәрен бик үк асыҡ күңел менән ҡаршы алманылар. Ойошманың Башҡортостандағы етәксеһе бер нисә йыл элек телевидение хеҙмәткәрҙәре менән осрашҡанда совет заманының яҡты киләсәге хаҡында бәйән итә. СССР-ҙың тарҡалмауын үҙенең паспортын күрһәтеп дәлилләй. Һатыуҙан алған килемдең бер өлөшө, күрәһең, агитация газеталарын баҫтырыуға сарыф ителә. Уның тиражы әллә нисә меңләп иҫәпләнә. Газета шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының ҡанундарына буйһонмаҫҡа саҡыра. Төркөмдөң ҡайһы бер элекке ағзалары хәҙер үҙ ғүмерҙәре өсөн борсола һәм артыҡ күренергә тырышмай, хатта видеоға төшөүҙән дә баш тарттылар. Күптән түгел Коми республикаһы Сыктывкар ҡалаһындағы “Домой в СССР” тип аталған оҡшаш ойошманы экстремист төркөм, тип таныйҙар. Шулай уҡ Башҡортостандағы совет агитаторҙары эшмәкрәлеге менән дә прокуратура ҡыҙыҡһынды. Совет заманын һағыныу — яуаплылыҡҡа тартырырға сәбәп түгел. Әммә төрлө финанс алдауҙар енәйәт эшенә килтерә. Хоҡуҡ һаҡлаусылар пенсионер һәм өлкән кешеләрҙе мутлашыусылар ҡапҡанына эләкмәҫ өсөн уяу һәм һаҡ булырға саҡыра.