“Көмөш Аҡбуҙат” Халыҡ-ара кинофестивале киләһе йылдарҙа ла йәнә осрашырға ҙур өмөт уятты. Милли һәм этник, социаль һәм мотивацион фильмдар авторҙары, режиссерҙар, билдәле актерҙар һәм продюссерҙар өсөн был фестиваль ҙур байрамға әйләнде. Быйылғы ижади ярышта кемдең кинотаҫмаһы иң яҡшыһы тип билдәләнде? Дүртенсе тапҡырға уҙғарылған фестивалдең төп призы — бер миллион һум аҡса менән кем бүләкләнде? Төрлө милләт араһында киң танылыу яулап өлгөргән, үҙенең ижад емештәре менән телевизор ҡараусыларҙың киноға ҡарата һөйөүен арттырған популяр актерҙарҙы, режиссер, продюсерҙарҙы халыҡ алҡышлап ҡаршы алды. Баш ҡалала дүртенсе тапҡыр уҙғарылған “Көмөш Аҡбуҙат” фестивале быйыл да юғары кимәлдә үтте. Фестивалгә килгән махсус ҡунаҡтарҙы яҡындан күрергә, иҫтәлеккә фотоға төшөргә ололар ҙа, йәштәр ҙә килгәйне. “Көмөш Аҡбуҙат” фестиваленең күп кеше йыйыуы һәм яҡшы хәтирәләр ҡалдырыуы бигерәк тә ҡыуаныслы. Алыҫ араларҙы яҡын итеп килеүсе ҡунаҡтар фестиваль ҙур байрамға әйләнде, тип билдәләй. Форумды ойоштороусылар әйтеүенсә, дүртенсе “Көмөш Аҡбуҙат” фестивале былтырғыларынан ҡатнашыусыларҙың күплеге, география киңлеге, программаға социаль һәм мотивацион киноларҙың өҫтәлеүе менән күпкә айырыла. Кинофестивалдә Австралия, Азербайжан, Әрмәнстан, Һиндостан, Ҡытай, Мьянма, Индонезия, Иран, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Литва, Непал, Молдова, Руанда, Үзбәкстан, Франция, Көньяҡ Корея фильмдары ҡатнашты. Рәсәйҙең 12 субьектынан һәм 18 илдән ҡатнашыусылар килде. Фестивальдә бөтәһе 48 фильм күрһәтелде. Рәсәйҙән һәм Башҡортостандан ете фильм, шулай уҡ Төньяҡ Осетия-Алания, Хакасия, Чечен Республикаһы, Татарстан, Дағстан, Бүрәт һәм Яҡут Республикалары, Һамар өлкәһе, Санкт-Петербург, Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенән фильмдар күрһәтелде. Был фестиваль ярыш ҡына түгел, ә тәжрибә менән уртаҡлашыу урыны ла. Фестиваль барышы концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Рухлы башҡорт бейеүҙәрен махсус ҡунаҡтар ҡыҙыҡһынып ҡараны. Милли һәм этник кино төшөргән ижадсыларҙы танытыу, уларҙың эштәрен баһалау — “Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара кинофестиваленең төп маҡсаты. Бынан тыш, фестиваль барышында социаль фильмдар ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы. Күңелдә ҙур эҙ ҡалдырған фильмдар авторҙарын Каринэ Хәбирова махсус сертификат менән бүләкләне. Һәр бер кино ниндәйҙер хис-тойғо уята, бер эште лә түбән баһалап булмай, ти жюри ағзалары. Фестивалдә күрһәтелгән һәр номинация призёрҙарына бронзанан эшләнгән ҡанатлы ат һыны тапшырылды. Шулай ҙа “Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара кинофестивале еңеүсеһе берәү. Төп приз-миллион һум “Надо мною солнце не садится” Саха-Якут ижади төркөмөнөң кинотаҫмаһына тапшырылды. Был фильмды төшөргән ваҡытта киң билдәлелек яулаған фестивалдә ҡатнашып, беренсе урынға лайыҡ булырбыҙ, тип һис уйламағайныҡ, ти төп приз хужаһы. Өфөлә дүртенсе тапҡырға үткәрелгән “Көмөш Аҡбуҙат” Халыҡ-ара кинофестивале һәр кешенең күңелендә уйылып ҡала. Бындай ижади ярыш артабан да фильмдар төшөрөп, яңы үрҙәр яулар өсөн ҙур этәргес булып тора, тип билдәләй ҡатнашыусылар. Фестиваль Симфония төнө концерты һәм салют менән тамамланып, киләһе осрашыуға ҙур өмөт уятты.
“Көмөш Аҡбуҙат” фестивале юғары кимәлдә үтте
Тулыраҡ: “Көмөш Аҡбуҙат” фестивале юғары кимәлдә үтте