Фәйзи Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленә йәш бейеүселәр килде. Янып торған күҙҙәр, ҡыл булып тартылған һындар һәм тигеҙ рәттәр. Зал уртаһында ансамблдең иң тәжрибәле бейеүселәре. Ә бер аҙ ситтәрәк баҫҡан егеттәр уларҙың һәр хәрәкәтен күҙәтә һәм тиҙерәк отоп алыу өсөн ҡабатлап өлгөрөргә тырыша. Айваз Саттаров, Алмаз Һабаншин һәм Марсель Дауытовтар Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжын тамамлап, профессиональ бейеү сәнғәтенә аяҡ баҫты. Ансамбль оркестры ла яңы миҙгелде яңылыҡтан башлай. Иркутск ҡалаһынан күсеп килгән скрипкасы Элеонора Корниченко коллектив менән тәүге миҙгелде ҡаршылай. Коллективтың башҡа артистары ла яңы ижад миҙгелен тулҡынланыу менән ҡаршылай. Сит илдәргә лә даны таралған легендар бейеү ансамбле әленән-әле гастролдәр менән төрлө тарафтарҙа булып ҡайта. Быйылғы йәйҙә ғәскәровсылар Адыгея тамашасылары алдында сығыш яһаны. Яңы ижад миҙгеленә ансамбль етди әҙерләнә. Концерттар 16-17 октябрҙә үтәсәк. Ә уға тиклем коллектив сентябрь айының икенсе яртыһында Рәсәй ҡалалары буйлап гастролдәргә сыға, артабан Германияла һәм Әзербайжанда үтәсәк фестивалдәрҙә көтәләр уларҙы, ә ноябрҙә бейеүселәр һәм музыканттар Вьетнамға юллана.
Кисә генә улар колледж тәрбиәләнеүселәре ине, ә бөгөн балет артистары
Тулыраҡ: Кисә генә улар колледж тәрбиәләнеүселәре ине, ә бөгөн балет артистары