“Башҡортостан” нәшриәте бөлгөнләктән сыҡты

Тулыраҡ: “Башҡортостан” нәшриәте бөлгөнләктән сыҡты

Бының турала республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры вазифаһын башҡарыусы Олег Полстовалов белдерҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылда төбәктәге иң ҙур нәшриәттәрҙең береһе банкрот, тип танылғайны. Әле иһә бөлгөнлөк процедураһы туҡтатылған һәм предприятие финанс яҡтан тотороҡланып, табышлыға әйләнә бара.