Башҡортостан 24 телеканалында “Алтын бишек” акцияһы бара

Тулыраҡ: Башҡортостан 24 телеканалында “Алтын бишек” акцияһы бара

Телевизор ҡараусы менән берҙәм эш итеү, уны борсоған хәлде ил иғтибарына сығарыу, һәр беребеҙҙең күңеленә яҡын — тыуған төйәктең киләсәген хәстәрләү — маҡсатыбыҙ. Иң матур, иң уңған, иң көслөләр ярышына әйҙәп, кешеләрҙе уйландырыр, берләштерер һәм тормош һөйөүсәнлек тойғоһон нығытыр өсөн кәрәк беҙгә “Алтын бишек”. Хәбәрселәребеҙ көн дә тиерлек төбәктең төрлө райондарына юлға сыға һәм “Алтын бишек” акцияһында ҡатнашыусы ауылдарҙы төшөрөп ҡайта. “Алтын бишек” бәйгеһендә еңеү өсөн нимә эшләргә кәрәк? “Алтын бишек” акцияһында еңеп ошо тракторҙы отоу өсөн тәү сиратта унда ҡатнашырға кәрәк. Әгәр ҙә һеҙҙең ауылығыҙ донъялағы иң матур, төҙөк ауыл икән, ауыл халҡы егәрле, талантлы булһа, тимәк бер шикһеҙ бәйгегә ҡушылығыҙ, дуҫтар. Ә беҙ беләбеҙ, ундай ауылдар республикала бихисап. Һәр ауылды тиерлек бәйге еңеүсеһе тип иғлан итерлек. Тик еңәсәк унда халҡы берҙәм ауылдар. Шундай ике ауыл менән беҙ телевизор ҡараусыларҙы таныштырып та өлгөрҙөк. Учалы районының Баттал һәм Ишембайҙың Көҙән ауылдары вәкилдәре “Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуында ҡунаҡта булды. Уларҙың йыр-бейеүҙәренән тура эфир студияһы яңғырап, дер һелкенеп торҙо. Дәртле лә, уңған да ауыл халҡы. Әйтелгән һүҙҙәрҙе иҫбатлап, ауыл оҫталары студияла мейес тә сығарҙы, ағас та һырланы. Ауылдарының ни өсөн иң яҡшыһы булыуы тураһында һөйләне. Тарихы, шәжәрәләре менән таныштырҙы. Алтын бишек бәйгеһе һәр ауылды беҙгә тарихи яҡтан да аса. Урындағы халыҡ тамырҙарын яҡшы белә һәм балаларына ла уны өйрәтә. Иң һөйөндөргәне, юлдарыбыҙ ҡайһы ғына ауылға алып бармаһын, халыҡ мәсеттәргә йөрөй. Йәштәр дингә ылыға. Аҙбар тулы ҡош-ҡорт үрсеткәндәр ҙә бәйге репортаждарының геройына әйләнә. Мал көсөнә таянып, килем алып йәшәүселәр ауылдаштарының ғорурлығы. Бер-береһе менән ярышып, сәмләнеп йәшәй улар. Аш-һыуға оҫта хужабикәләр, ҡулдарында эш ҡоралдары уйнап торған ир-егеттәр, ауылдың ҡотон һаҡлаусы аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр һәм һәр ауылдың киләсәге – балалар, йәш ғаиләләр – ауыл тураһында репортаж әҙерләргә барған ижади төркөм иғтибарынан бер ни ҙә ситтә ҡалмай. 2016 йылда Алтын бишек акцияһы беренсегә ойошторолғанда хәбәрселәр һәм операторҙарыбыҙ бөтә республиканы тиерлек урап сыҡҡайны. Беҙ ул ваҡытта үҙебеҙ өсөн ауылда йәшәүҙең тәмен белгән кешеләрҙе астыҡ. Быйыл да бәйгегә килгән заявкалар һанына ҡарап, шуны әйтә алабыҙ – төбәктә ғорурланырлыҡ, минең ауылым, тип маҡтанырлыҡ ауылдар бик күп. Беҙ уларҙы алтын бөртөктәреләй ҡәҙерләп яҙмаларыбыҙға йыябыҙ һәм репортаждар аша һеҙгә күрһәтергә әҙерләйбеҙ. Әле бәйге дауам итә, заявкалар ҡабул итәбеҙ. Ә һеҙҙең өсөн ауылығыҙ алтын бишектәй ҡәҙерле һәм яҡынмы? Һеҙ тыуып үҫкән, йәшәгән ауылығыҙҙы бөтә Башҡортостанға танытҡығыҙ киләме? 295-98-73 һандарына шылтыратып был турала әйтегеҙ. Беҙҙең хәбәрселәр һеҙҙең ауылға барырға һәр ваҡыт әҙер!