Ишембайҙағы кадет корпусында 1-се сентябрь

Тулыраҡ: Ишембайҙағы кадет корпусында 1-се сентябрь

Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Ишембайҙағы кадет корпусында 1-се сентябрь-белем көнөнә арналған тантаналарҙа ҡатнаша. Уҡыу йорто заман талаптарына яраҡлаша бара-бында яңы корпус асылды.Ал раузалар урынына майҙан аша хәрби аҙым менән үтеү, плацта төрлө күнекмәләр яһау. Кадет корпусында беренсе сентябрь байрамы башҡа мәктәптәрҙән бөтөнләй айырыла. Ҡыңғырау яңғырар алдынан буласаҡ хәрбиҙәр бер нисә көн дауамында айырым шөғөлләнгән. Яңы уҡыу йылының тәүге көнөндә Ишембай кадеттарын тәбрикләргә Башҡортостан етәксеһе Рөстәм хәмитов һәм Рәсәй Президентының Волга буйы Федераль округындағы Тулы Хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич килде. Ишембайҙағы кадет мәкиәбе яңы уҡыу йылын яңы бинала ҡаршылай. элекке казарма урынына бында 320 кешегә иҫәпләнгән ятаҡ төҙөлгән. заманса бүлмәләрҙән тыш тренажер залдары, башҡа көн күреш урындары ла бар. Уҙған йыдың декабрендә балаған төҙөлөш тап беренсе сентябргә тамамланды. Кадет корпусында шөғөлләнеүселәр өсөн ҡотҡарыусылар һәм десант ғәскәрҙәре йүнәлеше билдәләнгән. математика һәм башҡа фәндәрҙән тыш уҡыусылар махсус күнекмәләрҙә лә шөғөлләнә. Ишембайҙағы кадет мәктәбе Рәәсйҙә иң яҡшылар иҫәбендә. Тап Башҡортостан өлгөһө киләсәктә илдә ошондай уҡыу йорттары һаны артыуға булышлыҡ итәсәк тә инде.