Өфөлә уҡыусыларҙы туҡландырыу яңы кимәлгә күтәрелде

Тулыраҡ: Өфөлә уҡыусыларҙы туҡландырыу яңы кимәлгә күтәрелде

Хәҙер мәктәп ашханаларына аҙыҡ комбинаттарында етештерелгән әҙерләмәләрҙе бешереп сығарыу ғына ышанып тапшырыла.

Ит цехы ашнаҡсыһы Андрей Лазарев туралған иттән котлеттар яһап тиҙ туңдырыу шкафына урынлаштыра. Был цехта аҙыҡ әҙерләү барышы билдәле бер тәртипкә һалынған. Һыйыр итен турап, тауыҡ түшкәһен таҙалап, балыҡты һөйәктәренән айырып мәктәп ашханалары өсөн ризыҡ тупламалары туңдырыла. Технологтар өлөштөң сығымын ентекләп күҙәтә.

Етештереү эшмәкәрлеген ошо кимәлгә күтәреү өсөн өс йыл әҙерләндек, ти башҡаланың балалар туҡланыуы үҙәге директоры Олег Стороженко. Махсус ҡоролмалар, йыһаздар, туңдырғыстар һәм һыуытҡыстар һатып алынған. Былтыр үҙәк хеҙмәтләндергән 52 мәктәпкә таҙартылып өлөштәргә бүленгән йәшелсә генә ебәрелһә, быйыл уҡыусылар өсөн иртәнге һәм төшкө ашамлыҡ ярым әҙер хәлгә еткерелә. Меню ҡулланыусылар мәнфәғәттәрен күҙәтеү үҙәге талаптарына ярашлы. Мәктәптәр аҙыҡ төрҙәрен ике аҙна алдан билдәләй, 52 мәктәптең барыһында ул бер төрлө.

Хәйер, Өфө мәктәптәре араһында яңылыҡҡа ҡушылмағандары ла бар. Улар дөйөм һандың 20 процентын тәшкил итә. Бындай уҡыу йорттары туҡланыуға тейеш аҙыҡты сеймал һатып алыуҙан башлап тарелкаларға һалғансы үҙе әҙерләй. Таҙалыҡ тотоу һәм ризыҡ әҙерләү өсөн уларҙа бөтә шарттар бар.

Бешереү айырмаһына ҡарамаҫтан уҡыусылар өсөн төшкө аш хаҡы 45 һумдан артмаҫҡа тейеш. Был төп шартты ашханаларҙың һәр төрө лә үтәргә бурыслы. Хаҡтар ҙа быйыл яңыса билдәләнә, дөрөҫөрәге, уларҙы иҫәпләү ябайлаша. Ташламалар бөтөрөлә, туҡланыу хаҡы ата-әсә менән бюджет өлөштәренә генә бүленә. Мәктәп ашханаларын тулыһынса ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеүҙәргә күсереү буйынса эштәр дауам итә.

Быйылдан йәнә бер үҙгәреш- башланғыс класс уҡыусыларына бушлай һөт таратыу туҡтатыла. Ҡала советы депутаттары фекеренсә, был ҡарар Өфөнөң йыллыҡ бюджет сығымдарын 30 миллион һумға ҡыҫҡартырға булышлыҡ итәсәк.