Өфөнөң Дим биҫтәһендә яңы быуын мәктәп асылды

Тулыраҡ: Өфөнөң Дим биҫтәһендә яңы быуын мәктәп асылды

Тулы уҡыу көнөнә иҫәпләнгән полилингваль белем усағы башҡаланың 162-се мәктәбендә урынлаша. Бында 3 телдә, рус, башҡорт һәм инглиз телдәрендә уҡытыу, төштән һуң спорт фән, мәҙәниәт, заманса технологиялар йүнәлештәрендә түңәрәктәрҙә шөғөлләнеү мөмкинлеге булдырылған.

Барлығы республикала ошондай 14 белем береү усағы асыу күҙаллана. Төп маҡсаттарҙың береһе — балаларға һәр яҡлап үҫешеү мөмкинлеге биреү һәм уҡытыуҙы заманса итеп ойоштороу. Ҡаланың 162-се полилингваль мәктәбе балалар өсөн тәүге тапҡыр үҙ ишектәрен асты. Заманса белем биреү усағында барлығы 625 бала уҡыясаҡ. Полилингваль мәктәптә уҡытыу башҡорт, рус, инглиз һәм башҡа телдәрҙә алып барыласаҡ. Балалар бер сменала уҡыясаҡ. Көндөң икенсе яртыһында улар өсөн тел клубтары, спорт һәм бейеү секциялары, художестволы һәм фәнни түңәрәктәр эшләйәсәк.

Заманса кабинеттар, ял бүлмәләре, ашхана, медицина пункты һәм стоматология. Мәктәптең матди-техник базаһы һәм электрон-техник ҡоролмалары заман талаптарына яуап бирә. Игорь Комаров һәм Радий Хәбиров заманса мәктәптең шулай уҡ ашхана һәм ундағы меню менән танышты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәксеһе 1 сентябрҙән бөтә мәктәрҙә лә берҙәм меню булдырырға ҡушҡайны. Артабан Игорь Комаров һәм Радий Хәбиров беренсе класс уҡыусылары менән аралашып, уларға смарт-сәғәттәр бүләк итте. Яңы уҡыу йылынан мәктәптәр 5 көнлөк уҡыу аҙнаһына күсә.

Тематик шәмбеләрҙе балалар мауыҡтырғыс сәйәхәттәр, ҡыҙыҡлы түңәрәктәрҙә ҡатнашып файҙалы үткәрһә, айҙың өс шәмбеһендә ғаиләһе менән ял итәсәк. Спорт менән шөғөлләнеү өсөн күп функциялы залдар, шулай уҡ төрлө түңәрәк һәм секциялар өсөн кабинеттар ҡаралған. Рәсәй Президентының Волга буйы Федераль окргугындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров мәктәпте юғары баһаланы. Башҡортостан Волга буйы Федераль округы төбәктәре араһында яңы мәктәптәр төҙөү буйынса 1-се урынға сыҡты.

Быйыл барлығы 21 яңы мәктәп һәм 21 балалар баҡсаһы асыла. 133 ауыл мәктәбендә үҫеш нөктәләре “Заманса мәктәп” менән “Һәр бала ҡаҙанышы” федераль проекттары ғәмәлгә ашырыласаҡ. Киләсәктә полилингваль мәктәптәр һанын тағы бер-нисә тапҡырға арттырыу күҙаллана.