Башҡортостандың ике ҙур ҡалаһында “Онкопатруль” Бөтә Рәсәй акцияһы үтте. Сара “Һаулыҡ һаҡлау” Милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә ойошторолдо.
Наталья Лоҡманова Салауат быяла эшләү заводында 30 йыл хеҙмәт итә. Сәләмәтлеккә зарланмайым, ти. Әммә “һаҡланғанды һаҡлармын” һүҙбәйләнешен инҡар итмәй. Онкопатрулдең Стәрлетамаҡ менән Салауатта туҡтауы осраҡлы түгел. Бында ике төп шарт үтәлгән – беренсенән, тикшерелеүселәр ҡалаға нигеҙ һалған предприятиела эшләй, икенсенән предприятиеның лицензиялы медсанчасы бар.
Фараздарға ҡарамаҫтан, яман шеш кешенең эш шарттарына йә иһә экология сафлығына бәйләнмәгән, ти дәрәжәле табиптар. Һөт биҙе, балаятҡы муйынтығы, түллек биҙе, бәүел-енес системаһы, тире, ҡалҡан биҙе, эсәктәр яман шешен иртә асыҡлау маҡсатында скринингты Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының танылған ғилми-тикшеренеү үҙәктәре белгестәре яһай. Акция үткән 4 төбәк менән сағыштырғанда Башҡортостанда халыҡтың сәләмәтлеген хәстәрләү сараларын табиптар ыңғай баһалай. Яман шеште башланған мәлендә асыҡлау сирлене артыҡ тырышлыҡһыҙ һауыҡтырып ҡотҡарыу мөмкинлеген бирә.
Бары өс көндә белгестәр 3 тиҫтәгә яҡын кешегә тикшереү үткәргән. Шик тыуған осраҡта пациенттар ентекләберәк тикшеренер өсөн республиканың профилле дауалау учреждениеларына юллама алған. Статистка мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда үпкә яман шеше сәбәпле үлем осраҡтары иң күбе.
Торакаль онколог Виталий Бармин мәсьәләне хәл итеү сирҙе иртә асыҡлау ғына түгел, ә тәмәке тартыуға кире ҡараш тәрбиәләүҙә лә, тигән фекерҙә. Башҡортостанда яман шеш хәүефен иртә асыҡлаған осраҡта дауалау сараларының барыһы ла етерлек. Республика етәксеһенең сирҙе иртә асыҡлаған табиптарҙы аҡсалата бүләкләү тәҡдимен дә Мәскәү белгестәре юғары баһалай.
Онкопатруль акцияһы быйыл февраль айында старт алды. Проектҡа башланғыс һалыусылар киләһе ике йылда ошондай тикшереүҙәр Рәсәйҙең һәр төбәгендә үтәсәк, тип белдерә. Башҡортостан табиптары ла йыл башынан төбәк десанты акцияларын үткәрҙе. Республика дауахана белгестәре Сибай ҡалаһында халыҡты ҡабул итте. Әле апрель аҙағынан октябргәсә Сәләмәтлек поезы эшләй. Онкопатруль акцияһы сиктәрендә төбәк табиптары милли медицина тикшеренеү үҙәге белгестәре менән дистанцион кәңәшмәләр үткәрә, онлайн белешмәләр ала. Был бер көнлөк кенә акция түгел, ә даими хеҙмәттәшлек күҙ уңында тотола.
Сирҙе иҫкәртеү уны дауалауҙан еңелерәк, тигән хәҡиҡәтте яҡлап Салауатта табиптар халыҡты күләмле белешмә-аңлатыу йыйынына саҡырҙы. Был осрашыу Онкопатруль акцияһының тағы ла бер мөһим өлөшө. Был өлөшкә Бөтә Рәсәй онкология пациенттары берләшмәһе лә ҡушыла. Яман сирҙән ҡотолған кешеләр үҙ тәжрибәһен уртаҡлашып башҡаларҙы сәләмәтлегенә уяу булырға өндәй.
Донъяла һаулыҡ һаҡлау үҫешенә ҙур тырышлыҡ һалған профессор Николай Пирогов “Киләсәк иҫкәртеүсе медицинаға бәйле”, тигән билдәле һүҙҙәрен 19-сы быуатта уҡ әйтеп ҡалдырған. Заман сирҙәре хәүефен кәметеү, кеше сәләмәтлеген һаҡлау дәүләт етәкселәре менән табиптар ғына түгел, һәр беребеҙҙең үҙенән тора. Онкопатруль акцияһының бурысы – шуны аңлатыу.