Өфө һәм Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре менән транспорт бәйләнеше булдырылды

Тулыраҡ: Өфө һәм Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре менән транспорт бәйләнеше булдырылды

Республика етәксеһе Радий Хәбиров яңы уҡыу йылы алдынан ошондай бурыс ҡуйғайны һәм ул тулыһынса үтәлде. Хәҙер бөтә район-ҡалаларға Башавтотранс предприятиеһының йәмәғәт транспорты йөрөй. Ошо турала хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә билдәле булды. Радий Хәбиров министрҙар һәм ведомство етәкселәре, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл-транспорт тармағындағы хәлдәр буйынса фекер алышты. Бында авария хәлендәге торлаҡта йәшәүселәрҙе күсереү барышы, “Экология” милли проектының үтәлеше лә тикшерелде. Хәҙер республиканың бөтә 54 районы, шул иҫәптән алыҫ урынлашҡан Аҡъяр, Баймаҡ һәм Асҡар ауылдары менән дә транспорт бәйләнеше булдырылды. Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров яңы уҡыу йылы алдынан ошондай бурыс ҡуйғайны. Аҙна һайын тиерлек Башавтотранс предприятиеһына төрлө ҙурлыҡтағы автобустар тапшырылды. Улар халыҡты хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк. Бынан тыш, был эш киләһе йылда ла дауам итәсәк. Тимәк, предприятие тағы ла яңы йәмәғәт транспорты менән тәьмин ителәсәк. Тап улар район үҙәктәре һәм бәләкәйерәк ауылдар менән бәйләнеш булдырырға тейеш. 2-се сентябргә тиклем Башҡортостан хөкүмәте Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында айырым иҡтисади зоналар булдырыу тураһында документтарҙы әҙерләп, Рәсәй хөкүмәтенә тапшырырға тейеш ине. Был эш ваҡытында башҡарылған һәм әле экспертиза үтә. Проект тормошҡа ашырыла башлаһа, был райондарҙа һәм унда урынлашҡан ҡалаларҙа яңы предприятиелар һәм иң мөһиме хеҙмәт урындары барлыҡҡа киләсәк, тип көтөлә. Республика етәксеһе резиденттар менән әүҙем эшләү бурысын билдәләй. Бөтә структураларҙа ла авариялар теркәлмәгән, предприятиелар тотороҡло эшләгән. Йылылыҡ миҙгеле башланыуға әҙерлек йылдам бара. Ултырышта билдәләнеүенсә, объекттар 15-се сентябргә әҙер булырға тейеш. Ведомстволарға паспортттарҙы ошо ваҡытҡа тапшырырға тәҡдим ителгән. Уҙған аҙнала теркәлгән аварияларҙа 7 кеше һәләк булған. Төп сәбәп юл ҡағиҙәләрен боҙоу, тиҙлекте арттырыу. 7 ай эсендә аварияларҙа, алкоголдән ағыуланып, яман шештән, үҙ-үҙенә ҡул һалып үлеүселәр һаны кәмеһә лә, янғындар буйынса аҙайыу күҙәтелмәй. Шуға күрә, Радий Хәбиров ведомстволарға йылытыу миҙгеле алдынан был мәсьәләгә айырым иғтибар бирергә ҡушты. Башҡортостанда авария хәлендәге торлаҡтың майҙаны 61 мең квадрат метрҙан ашыу. Уларҙа 4 мең ярымдан ашыу кеше йәшәй. Киләһе 5 йыл эсендә барлыҡ ошондай граждандарҙы күсереп бөтөү маҡсаты ҡуйыла. Программаны үтәү өсөн 1 миллиард 650 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Ошо көндәрҙә был мәсьәлә буйынса айырым кәңәшмә лә уҙғарыла. Хөкүмәт ултырышында Урмандарҙы һаҡлауға ла ҙур иғтибар бүленде. Башҡортостанға яңы техника даими ҡайтарыла, ағастар ултыртыла, кешеләр йорт һалыу өсөн ағас менән тәьмин ителә, халыҡҡа һәм белгестәргә уңайлы булһын өсөн цифралы ҡулайламалар булдырыла. Был йәһәттән республика етәксеһе Радий Хәбировтың күрһәтмәләре ваҡытында тормошҡа ашырыла. Көҙөн республика халҡын, бигерәк тә ауыл-ҡалаларҙа йәшәүселәрҙе тағы бер эш тә көтә. Ведомство һәм министрлыҡ башлыҡтары хәүефһеҙлек мәсьәләһеннә лә туҡталды. Өфөнөң Инорс биҫтәһе нигеҙендә именлеге программаһы тикшерелде. Баш ҡала хакимиәте башлығы докладынан күренеүенсә, бында полиция өсөн махсус урындар арттырылған, урамдар яҡтыртылған, ведеокамералар ҡуйылған — бөтәһе 776 берәмек. Урамдарҙа патруль ойошторолған, туҡталыштар телефондарҙы зарядкалау, вай-фай һәм полицияны саҡыртыу төймәләре менән тәьмин ителә. Скверҙарҙы төҙөкләндереү бара. Ошо доклад нигеҙендә башҡа район-ҡала хакимиәт башлыҡтарына ла именлек саралары күрергә ҡушылды. Ысынлап та, Инорс биҫтәһендә енәйәттәр һаны кәмегән. Быны Эске эштәр министрлығынан раҫлайҙар. Әммә, Радий Хәбиров мәсьәләне контролдә тоторға ҡушылды. 8-се сентябрҙә республика халҡы Башҡортостан башлығын, Дәүләт йыйылышы Ҡоролтайға һәм ауыл советтарына депутаттарҙы һайлай. Был йәһәттән республика етәксеһе башҡарма власть органдарына мөрәжәғәт итеп, ойоштороу сараларын яҡшы кимәлдә уҙғарырға ҡушты.