Нефаз автобустарының асҡыстары 14 водителгә тапшырылды. Яңы транспорт Өфө пассажирҙарын хеҙмәтләндерәсәк. 51, 74, 69, 110, 290-сы маршруттар буйынса йөрөйәсәктәр. Пассажирҙарҙы йөрөтөү сифатын күтәреү, уларға уңайлыҡтар булдырыу – төп бурыстарҙың береһе. Яңы автобустарҙа тутҡтатыу сигналдары, йылытыу системаһы, коляскала инеүселәр өсөн махсус пандус ҡаралған. Радий Хәбиров яңы пассажир автобустары менән яҡындан танышты һәм водителдәрҙең хеҙмәт шарттары менән ҡыҙыҡһынды, пассажирҙар хәүефһеҙлеген тәъмин итеү мәсъәләһенә айырым иғтибар бүлде. “Башавтотранс” предприятиеһында 1850 водитель эшләй, шуның 800 тирәһе башҡала автобустарын йөрөтә. Хәҙер иһә яңы транспорттарҙы тәртиптә тотоу зарур, тип билдәлне Радий Хәбиров. Ә үткән ял көндәрендә генә ҡала һәм ҡала-ара маршруттарҙы хеҙмәтләндерәсәк тағы ла 180 автобус Башавтотрансҡа тапшырылғайны. “Вектор-Некст” автобустары хәүефһеҙлек ҡайыштары, йомшаҡ ултырғыстар, ГЛОНАСС системаһы һәм башҡа заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Машиналар төбәктең 16 район-ҡалаларына йүнәлде. Планға ярашлы, быйыл республика 527 яңы автобус һатып аласаҡ. Әле шуларҙың 418 автобус һатып алынған.
“Башавтотранс” автопаркы йәнә яңы автобустар менән тулыланды
Тулыраҡ: “Башавтотранс” автопаркы йәнә яңы автобустар менән тулыланды