Республикала 250 мең уҡыусыға бушлай мәктәп карталары тапшырыласаҡ

Тулыраҡ: Республикала 250 мең уҡыусыға бушлай мәктәп карталары тапшырыласаҡ

Яңы уҡыу йылында йәнә бер яңылыҡ – республика белем биреү йорттары “Һаҡсыл мәктәп” проектын бойомға ашыра башлай. Тәжрибә булараҡ ыңғай баһа алған был проект уҡытыусыларҙың эш ваҡытын 6 меңдән ашыу сәғәткә һаҡсыл ҡулланырға булышлыҡ иткән. Ата-әсә быйылдан балаһының мәктәптә нимә эшләгәнен белә аласаҡ. Мәктәп картаһы хәҙер белем биреү йортона инеү-сығыу өсөн генә түгел, ул транспорт һәм туҡланыу ҡушымталары менән дә тулыландырыласаҡ.