Республикала 3 миллион 49 мең кеше тауыш биреү хоҡуғына эйә. Электорат һаны буйынса Башҡортостан Рәсәй субьекттарында тәүге урындарҙа килә. “Берҙәм тауыш биреү көнөндә” һайлау участкалары иртәнге етелә асылып киске туғыҙға тиклем эшләйәсәк. Тағы ла бер яңылыҡ, территориаль һайлау комиссияларының барыһына ла видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйыла. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко әйтеүенсә, был кампанияның тағы ла бер мөһим өлөшө — “Мобиль һайлаусы” технологияһы. Тауыш биреү бюллетендәре һайлау участкаларына 6-сы сентябргә тиклем килтереләсәк.
Башҡортостан 8-се сентябрҙә үтәсәк “Берҙәм тауыш биреү көнөнә” әҙерләнә
Тулыраҡ: Башҡортостан 8-се сентябрҙә үтәсәк “Берҙәм тауыш биреү көнөнә” әҙерләнә