Һайлауға 3 миллион 54 мең 3 бюллетень, шул иҫәптән КОИБ-тар ҡулланып тауыш биреүгә 354 мең 850 бюллетень әҙерләнде. Әле иһә һайлау ҡағыҙҙарын территориаль һайлау комиссияларына оҙаталар. Территориаль һайлау комиссиялары ғаризалары буйынса, бюллетендәрҙең бер өлөшө рус-башҡорт һәм рус-татар телдәрендә баҫылған. Һәр йылдағыса һайлау ҡағыҙҙарына яңылыҡтар ҙа индерелгән. 6 сентябргә тиклем бюллетендәр ҡануниәттә билдәләнгән тәртиптә участка һайлау комиссияларына тапшырылырға тейеш, ә стандартҡа тап килмәгән 8 меңдән ашыу бюллетень һәм ҡулланылған формалар юҡ ителә. Һәр һайлаусы тауыш биреүҙә ҡатнашыу өсөн бер бюллетень ала. Әгәр һайлау көнөндә бер участкала бер нисә һайлау үтә икән, һәр береһе өсөн һайлаусыға айырым бюллетень тапшырыла. 8 сентябрҙә Республика Башлығын һайлауҙа барышын меңләгән күҙәтеүсе ҡатнашыр тип көтөлә. Һайлауҙар өсөн 3 млн ашыу бюллетень әҙерләнгән. Уларҙы ике этапта республиканың ҡала- райондарына тапшырасаҡтар. Әле иһә һайлау ҡағыҙҙары Башҡортостандың алыҫ райондарына оҙатыла.
Һайлау ҡағыҙҙары Башҡортостандың алыҫ райондарына оҙатыла
Тулыраҡ: Һайлау ҡағыҙҙары Башҡортостандың алыҫ райондарына оҙатыла