Август айында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы флешмоб башланы. Меңдән ашыу кеше һәм төркөмдәр флешмобта ҡатнашты һәм социаль селтәрҙәрҙә видеояҙмалар ебәреү әле лә дауам итә. Билдәле артистар был сараны күтәреп алды, улар араһында Асҡар Абдразаҡов, Ринат Рамаҙанов, Радик Юлъяҡшин, республика киң мәғлүмәт саралары ағзалары, чиновниктар, республика ауыл һәм ҡалаларынан, Рәсәй субъектарынан, шулай уҡ сит илдәрҙән өлкәндәр ҙә һәм балалар ҙа ҡатнашты. Ҡадир Даян һүҙҙәренә, Заһир Исмәғилов музыкаһына яҙылған “Шайморатов-генерал” йыры бөтә ер шарын уратып алды. Интернетта видео Шайморатов хэштэгы менән һаҡлана. Социаль селтәрҙәрҙә флешмоб 7 сентәбргә тиклем дауам итәсәк. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы номинанттарҙы Өфөгә саҡырып, күмәкләп генерал-майор хаҡында йырҙы башҡарырға саҡыра. Сара Өфө амфитеатрында көндөҙгө сәғәт 3-тә ойоштороласаҡ. Ә үткән ял көндәрендә яугирҙың тыуған ере – Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында ҙур тантана үҙҙы. Миңлеғәле Шайморатов Ҡырмыҫҡалы районы Биштәкә ауылында тыуып үҫкән. Хәҙер иһә ул Шайморатов тип атала. Ауыл эргәһендәге майҙанда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының һәм һауа һуғышының хәрби-тарихи реконструкцияһы күрһәтелде. Данлыҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған сараға килгән халыҡ иғтибарына бик күп күргәҙмәләр ҙә тәҡдим ителде. Яугир кейемдәре, ҡоралдар, эҙләнеү эштәрендә табылған әйберҙәр, дивизия менән бәйле сувенирҙар. Театрлаштырылған тамаша, хәрби йылдарҙың интерактив майҙандары, ат сабышы, «Ылаҡ» милли уйыны ойошторолдо. Шайморат ауылында легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командирына ҡуйылған мөһабәт һәйкәл янынан кеше өҙөлмәй. Монумент 2015 йылда урынлаштырлған. Киләсәктә иһә бөйөк яҡташыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовҡа Өфөнөң үҙәгендә – Совет майҙанында һәйкәл ҡуйыласаҡ.
#Шайморатов флешмобы
Тулыраҡ: #Шайморатов флешмобы