Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының 88-се миҙгеле тамашасыларын яңы премьералар менән ҡыуандыра

Тулыраҡ: Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрының 88-се миҙгеле тамашасыларын яңы премьералар менән ҡыуандыра

Әле Александр Пушкиндың “Сказка о царе Салтане” әкиәте буйынса репетиция бара. Спектакльде ҡуйыу өсөн икенсе ҡаланан режиссер һәм рәссамдар килгән. Тамашасылар спектаклде бер тында ҡарап, хис-тойғолар кисерһен өсөн актерҙарҙың һәләте һәм әлбиттә, сәхнәгә төшкән ут ҙур роль уйнай. Александр Пушкиндың Салтан батшаһы тураһындағы әкиәте яңы миҙгелдә төп урынды биләй. Кешеләрҙең зиһенен арбаусы әкиәтте тамашасыларға күрһәтеү өсөн Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына Ырымбур өлкәһе ҡурсаҡ театрының баш режиссеры Вадим Смирнов килде. Театр залында актерҙар яңы спектакль менән мәшғүл булһа, икенсе бүлмәлә рәссам сәхнәгә сығасаҡ ҡурсаҡтар өҫтөндә эшләй. Әҫәрҙәге һәр бер образ һынын тамашасы аныҡ күҙ алдына килтерергә тейеш, тип һанай рәссам. Спектаклдәге бөтә ҡурсаҡтар ҙа, яңы миҙгелдә ҡуйыласаҡ премьералар әҙер, тип әйтергә мөмкин. Александр Пушкин ижад иткән Салтан батшаһы әкиәте буйынса спектакль бишенсе сентябрҙә тапшырылып, ай аҙағында сәхнәлә ҡуйыяласаҡ.