Балалар баҡсаһына справка кәрәкмәй, алыпһатарҙарға көн бөтә, ә осоусы аппарат хужаларына законды өйрәнергә кәрәк буласаҡ. Сентябрҙән Рәсәйҙә бихисап үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Шулай итеп, быйыл ата-әсәләргә сабыйын балалар баҡсаһына алып барыр өсөн справка йыйыу кәрәкмәй. Бығаса йәйге каникулдан һуң поликлиниканан бала йоғошло сирҙәргә дусар булғанмы юҡмы икәнен иҫбәтләусы ҡағыҙ талап ителә ине, хәҙер бөтә мәғлүмәт электрон рәүештә мәктәпкәсә учреждениеға еткереләсәк. Хәҙер 250 грамдан 30 килограмға тиклем ауырлыҡтағы дрон, йәки пилотһыҙ осоу аппарат хужалары үҙҙәренең исем-шәрифтәрен, телефон номерҙарын, паспорт мәғлүмәттәрен яҙып Федераль һауа транспорты агентлығы базаһына ебәрергә тейеш. Ҡоролманы һатып алғандан һуң ун көн эсендә уны теркәү зарур. Пилотһыҙ осоу аппаратының ыңғай яҡтары бихисап. Дрон ярҙамында эргә-тирәне һауанан видеоға йәки фотоға төшөрөргә мөмкин. Әммә белгестәр билдәләүенсә, тәжрибәһе булмаған кеше тирә-яҡҡа зыян килтереүе ихтимал. Сентябрҙең беренән театр билеттарын һатыуға бәйле үҙгәреш тә ғәмәлгә инде. Хәҙер был тәңгәлдә алыпһатарҙар булмаясаҡ, йәғни билетты мәҙәниәт усағы ҡуйған хаҡтан арттырып һатыу тыйыла. Ойошма үҙе йә махсус кассалар ҙа билетты 10 проценттан да артыҡҡа һатырға тейеш түгел.
1 сентябрҙән үҙгәрештәр
Тулыраҡ: 1 сентябрҙән үҙгәрештәр