Республика юлдарында камералар һаны 527-гә арта

Тулыраҡ: Республика юлдарында камералар һаны 527-гә арта

2019-сы йылдың аҙағына тиклем республика юлдарында камералар һанын 527-гә арттырыу ҡаралған. Әле трассаларҙа фото-видео теркәү ҡорамалдарын ҡуйыу дауам итә. Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров юғары тиҙлектә йөрөүҙө үҙ иткән водительдәр юлдарҙа камераларҙың артыуын белергә тейеш, тип белдерҙе. Был иғтибарлылыҡты талап итәсәк. Водительдәрҙең иҫерек килеш руль артына ултырыуы һәм күп осраҡта юлда камераларҙың булмауына инаныусылар юғары тиҙлектә йөрөп авариялар һанын арттыра. Битарафлыҡ арҡаһында әллә күпме кешенең ғүмере өҙөлә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фажиғәләр тап камера ҡуйылмаған урында теркәлә. Юлдарҙа үлем осраҡтарын кәметеү маҡсатында әле трассаларҙа фото һәм видеокүҙәтеү комплекстар һаны арттырыла. Республика юлдарында 169 стационар, 63 күсмә һәм 6 мобиль комплекс эшләй башланы. Фото-видео теркәү комплексы юлды тулыһынса төшөрә, водительдең юғары тиҙлектә килеүен, светофор сигналына иғтибар итмәүен дә теркәй. Камера тәүлек әйләнәһенә эшләй. Ул ике йылдан һуң махсус тикшереү үтәсәк. Белгестәр билдәләүенсә, төбәктә 130-ҙан ашыу хәүефле юл участкаһы иҫәпләнә. АвАриялар һанын сикләү өсөн Өфө урамдарында ла камералар һаны арттырыла. 2019-сы йылдың беренсе ноябренә тиклем “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” Милли проекты буйынса 11 комплекс республика юлдарында, алтыһы баш ҡалала һәм өс комплекс Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҡуйыла. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса юлдағы камералар һаны дүрт тапҡырға күберәк буласаҡ. Республика етәксеһе ғәйепле водителдәргә ҡарата яуаплылыҡты арттырыу яҡлы. Кешеләрҙең ғүемере өсөн көрәшеү һәм юл транспортына айырыуса иғтибар бүлеү-төп бурыс. Әйткәндәй, статистика буйынса, әле тиҙлек өсөн штраф күләме үткән йылдағылар менән сағыштырғанда кәмегән. Автоһәүәҫкәрҙәр тураһында бөтә мәғлүмәт ҡағыҙға баҫылып сығарыла. Ғинуарҙан сентябрь айына тиклем бөтәһе 890 мең ҡағиҙә боҙоусы теркәлгән. Юлдарҙа камераларҙы арттырыу водительдәрҙән штраф йыйыу өсөн түгел, ә авариялар һанын кәметеү маҡсатын ҡуя. Юғары тиҙлектә килеп, автоһәүәҫкәрҙәр эргә-тирәгеләргә лә хәүеф тыуҙырыуҙары тураһында ла онотмаһын ине.