Өфө коммуналь хеҙмәттәре автпаркы яңы коммуналь техника менән тулыланды

Тулыраҡ: Өфө коммуналь хеҙмәттәре автпаркы яңы коммуналь техника менән тулыланды

Баш ҡала урамдарын таҙартыу өсөн тәғәйенләнгән 7 берәмек Камаз ошо көндәрҙә Өфөгә ҡайтарылды. Техника муниципаль бюджет иҫәбенә һатып алынған, хаҡы 56 миллион һум тәшкил итә. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңы техника ҡышын юлдарҙы боҙлауыҡтан эшкәртһә, йәй һыу һиптереү өсөн файҙаланыла. Камаздар кәрәкле ҡорамалдар менән комплектланған.