Аттестатһыҙ ҡалғандарға яңы мөмкинлек

Тулыраҡ: Аттестатһыҙ ҡалғандарға яңы мөмкинлек

Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтиханының өҫтәмә этабы башланды. Ҡабаттан һынауға килеүселәр араһында Балтас районы уҡыусылары ла бар. Июлдә имтихан һөҙөмтәләрен боҙоп күрһәтеү сәбәпле, 16 бала аттестатһыҙ ҡалғайны. Һөҙөмтәлә береһе лә юғары уҡыу йортона уҡырға инә алманы. Өҫтәмә имтихандар нисек үтә һәм ҡабаттан тапшырыусылар ниндәй кәйеф менән килгән? Балтас районы уҡыусылары берҙәм дәүләт имтиханын быйыл икенсегә тапшыра. Июлдә йәнәһе лә һынау ваҡытында теркәлгән фальсификация арҡаһында 16 бала аттестатһыҙ ҡалғайны. Ата-әсәләр судҡа ғариза менән мөрәжәғәт итһәләр ҙә ғәҙелеккә ирешә алманы. Балтас районынан килгән Давид СтахЭвич әйтеүенсә, имтиханды тапшырыуға артыҡ теләге лә юҡ. Сөнки ҡуйған маҡсаттар, хыялдар бушҡа булған, ти үҫмер. Июль айында Балтас районынында булған хәл республика ғына түгел, бөтә илгә яңғыраны. Был яңылыҡ, күптәрен хайран ҡалдырғайны. Видеояҙмаларҙы тикшергән ваҡытта, дәүләт комиссияһы ағзалары ҡағиҙә боҙоу осрағы асыҡлай. Һөҙөмтәлә, имтихан һөмҙөмтәләре юҡ ителә. Шуларҙың ун бере өсөн ул мотлаҡ предмет булып сыға. Өҫтәмә имтихандарҙы был уҡыусылар Өфөнөң 94-се мәктәбендә тапшырҙы. Республиканың мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, был имтихандар ғәҙәти һынауҙан бер ҙә айырылмай. Һәр аудиторияла видео күҙәтеү камералары, коридорҙарҙа телефон сигналдарын баҫыу ҡоромалдары урынлаштырылған. Рус теленән имтиханға барлығы 43 кеше ғариза биргән. Киләһе этап 6 сентябрьҙә — математиканан. Ә һайланған фәндәр буйынса берҙәм дәүләт имтиханы буйынса һынауҙы үтә алмағандар уны киләһе йыл ғына ҡабаттан тапшырасаҡ.